Тормоштары көйлө, эштәре уң

Ауыл тормошон үҙ иткән йәштәрҙең күплеге милләтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап торған ауылдарҙың бөтмәйәсәгенә өмөт уята. Ғаилә ҡорғас та, күрше ҡалала йәшәгән Ләйсән менән Наил Фәйзуллиндар ҙа ауылға ҡайтып төпләнеүҙе хуп күргән.

Юлдаш ауылында тыуып үҫкән Наил бәләкәйҙән, ғаиләлә баш бала булараҡ, ата-әсәһенең, өләсәһенең, һеңлеләренең төп ярҙамсыһы була: малайҙар эше менән бер рәттән йортта ярҙам итеүҙән дә баш тартмай, кәрәк булһа һыйырын да һауа, ашарға ла бешерә.  Туғыҙынсы класты тамамлау менән Сибайҙа иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә.  Ҡулына һөнәрле булыуы тураһында документ  алыу менән ауылға ҡайтып, хужалыҡта яҙғы сәсеү, ураҡ эштәрендә ҡатнаша. Унан инде башҡа йәштәр кеүек Магнитогорск ҡалаһына юллана.

Һеңлеһе Люциә лә мәктәптән һуң, ошо уҡ ҡаланың һөнәрселек училищеларының береһенә уҡырға инә. Егеттең артабанғы яҙмышында нәҡ ул хәл иткес роль уйнай тиһәк тә була: бер мәл һеңлеһе бергә уҡыған Байым ҡыҙы Ләйсәнде ҡунаҡҡа алып ҡайта. Бына шунда бер-береһенә күҙ һала ла инде егет менән ҡыҙ.

Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, гөрләтеп туй үткәреп, ҡалала йәшәй башлайҙар. Ҡыҙҙары тыуа, улдары донъяға килә. Ике бала менән ҡуртымға алынған фатир өсөн дә түләргә, йәшәргә, балаларҙы ашатып-кейендереүе лә еңел булмай йәш ғаиләгә. Шуға ла ауылға ҡайтып нигеҙ ҡорорға хәл итәләр. Әлбиттә, бәләкәстәре өсөн балалар баҡсаһы, мәктәп кәрәклеген күҙ уңында тотоп, донъя төҙөү өсөн Гусев ауылын  һайлайҙар.

Йорт һалыуға ер участкаһы алып, туғандары ярҙамында бура күтәрәләр. Өйгә өйәһең дә өйәһең тигәндәй, йорт һалынған осорҙа, йәғни алты йыл Наилдың әсәһендә йәшәйҙәр. Бында уның өләсәһе, тағы ике һеңлеһе лә була. Түҙемле, сабыр, алсаҡ Ләйсән ике ҡәйнәгә һыйып, бикәстәре менән уртаҡ тел табып, килешеп йәшәй.

Уҙған йыл йорттарын туйлайҙар, мунса төҙөйҙәр. Әлбиттә, кәртә-ҡура йүнләйһе бар. Шулай ҙа бер аҙ майҙанды кәртәләп, картуфын, йәшелсәһен сәскәндәр.

— Әлегә малдарыбыҙ Юлдашта, әсәйебеҙҙә тора, көҙгә һарай эшләп алып ҡайтырға иҫәп,  —  ти улар.

Наил вахта ысулы менән эшләй, юғары класлы иретеп йәбештереүсе квалификацияһына эйә.

Гусев ауылының улар йәшәгән урамына әлегә газ үтмәгән. Шулай ҙа эшсән, уңған Ләйсән ире икешәр айлап ҡырҙа эшләүенә зарланмай, ут яғып йәшәүҙәренә лә ҡыйынһынмай.

Ҡыҙҙары алтынсы класҡа бара, улдары быйыл тәү башлап мәктәп ишеген асып инәсәк. Тырышып уҡыған Лариса мәктәптең вокал ансамблендә йырлай, бейеү ансамблендә лә шөғөлләнә.

Бына шулай кемдәндер нимәлер өмөт итмәй, юҡты бар итергә тырышып, донъя йөгөн бергәләп тартҡанға тормоштары ла көйлө, эштәре лә уң бара йәш ғаиләнең.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей