Тормоштан йәм таба

Һәйетҡол ауылының ағинәйҙәре ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән берлектә ауылдың абруйлы ағинәйе Йомабикә Камалованы 80 йәше менән тәрбикләп, ҙур байрам ойошторҙо.

Йомабикә Ихсан ҡыҙы Белорет районы Аҙнағол ауылында донъяға килгән. Атаһы әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға күп ваҡыт та үтмәй ҡәһәрле һуғыш башлана. Ул илен һаҡларға яуға киткәндә Йомабикәгә өс, ҡустыһы Исламға йәш ярым булып ҡала.

— Кире әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙгәндер инде, киткәнендә әсәйемә: «Гөлфаяным, һуғыш бөтөп тә ҡайтмаһам, бер йыл көт тә тормошҡа сыҡ», — тип китә. Атайымдың үлем хәбәре килде, әммә әсәйем башҡаса тормошҡа сыҡманы. Шулай итеп «атай» тигән һүҙҙе әйтә һәм атай иркәләүен тоя алманым, — ти инәй.

 Һуғыштан һуңғы тормошон иҫкә алғанда, инәй күҙҙәренә йәш алды. Бына нимәләр һөйләне ул:

— Тормош ауырлашҡас, Үҙәнбаш ауылына олатайым һәм өләсәйем янына күсендек. Улар мәрхәмәтле, изге йәнле кешеләр ине. Үҙәнбашта леспромхоз ойошторолғас, ауыл ҙурайҙы, төрлө халыҡ күсеп килде. Әсәйем тәүҙә Аҙнағолдан Үҙәнбашҡа тиклем һалына башлаған юл эшендә йөрөнө. Өсөнсө класҡа тиклем һуғыш осоронда әллә Украинанан, әллә Белоруссиянан килгән Анастасия Федоровна исемле апай уҡытты. Ул ҡайтҡас, фронтовик Алсынбай Әли улы белем бирҙе. Ул беҙҙе дәрестә йырлата ла, үҙе тәҙрәгә ҡарап, илап тора торғайны. Белмәйем, бәлки атайһыҙ ҡалған беҙҙе, етемдәрҙе, йәлләп, күҙенә йәш алғандыр. Һуңынан башҡортса уҡыйым тип, Аҙнағолда дүртенсе, Шығайҙа бишенсе класты уҡыным да, әсәйемә ярҙамлашыр өсөн эшкә егелдем. Был ваҡытта әсәйем урман эшендә ине. Биш литрлы биҙрә менән сайыр йыйырға йөрөнөм. Тәүге көндә үк 7 биҙрә сайыр йыйып, ҡыуан-ғаным әлегеләй иҫемдә. Ҡайһы ваҡыт урманда сайыр ҡойған мискәне таба алмай, аҙашып китә инем. Ҡыш етһә, урманда ағас йығабыҙ. Кеше етешмәгәндер инде, үҙемдән бәләкәй малайҙарҙы эйәртеп ебәрәләр. Тәүҙә ағас тирәләй ҡарҙы көрәйбеҙ, ҡул бысҡыһы менән бысып йығабыҙ. Хәтеремдә, бер ҡуйы ботаҡлы йыуан ҡарағайға йыҡҡан ағасыбыҙ, ҡоламай эләкте лә ҡуйҙы. Икенсеһен йыҡтыҡ, уныһы ла шул ҡарағайға эләгеп, ҡыуыш кеүек булып ҡалды. Һуңынан шуларҙы арҡанлап тартып төшөргәндә ағас аҫтында ҡала яҙҙым, Хоҙай араланы үҙемде. Оҫтарып та киттем: малайҙарға бысҡыларын йүнәтешеп бирәм, тештәрен игәйем. Шул саҡта бергә эшләгән ул малайҙар хәҙер был донъяла юҡ инде. Шулай олатай, өләсәй тәрбиәһендә 19 йәште лә  үттем. 1958 йылда Һәйетҡол ауылына Хөснөтдин Камаловҡа димләп кейәүгә бирҙеләр. Күрмәгән, белмәгән кеше менән һәүетемсә, йәшәп киттек.

Ғаилә йорт һалып сыға. Йәш киленгә төрлө эштәрҙә йөрөргә тура килә: звенола бесән саба, миндек бәйләй, сөгөлдөр утай, фуражир ҙа була, ялға сыҡҡан һауын-сыларҙың һыйырҙарын һауа. Оҙаҡ йылдар халыҡтан һөт йыя. 1987 йылда илдең Аҙыҡ-түлек программаһын тормошҡа ашырыуҙа индергән хеҙмәте өсөн Бу-ранғол ауыл Советының, шул уҡ йылда Бөйөк Октябрь Социалистик револю-цияһының 70 йыллығы айҡанлы «Амангилде» совхозының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Ике саҡы-рылыш Буранғол ауыл Советы депутаты итеп һайлана.

Эш менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй: ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, һуңынан ветерандар советы етәксеһе, халыҡ суды заседателе булған Йомабикә инәй. Концерттарҙа ҡумыҙ сиртә, мандолинала уйнай, йә моңло йырын һуҙып, йә таҡмағын әйтеп, халыҡты ҡыуандыра ул.

Йәш сағынан ҡул эшенә оҫта инәй шәлдәр бәйләй, үҙе эшләп алған станогында ололарға шәлдәр, еткән ҡыҙҙар өсөн балаҫтар һуға. Үҙенең һәм күрше-күләндең балаларын күлдәктәр, алъяп-ҡыстар тегеп ҡыуандырһа, әбейҙәрҙе камзул, бишмәт тегеп һөйөндөрә. Кис ултырып сиккән карауат, яҫтыҡ япмалары, таҫтамалдары өйө эсенә йәм бирә. Хатта тирене эшкәртеп ҡыҙына күрпә, улына һәм иренә күкрәксә, толоп тегеп, тышлап бирә. Шул эштәргә нисек өлгөргәненә хәҙер үҙе лә аптырай.

Әүҙем йәмәғәтсе Йомабикә Ихсан ҡыҙы район кимәлендәге сараларҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, хатта бер йылды Өфөгә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестива-ленә барып, сигелгән ҡул эштәре, аллы-гөллө балаҫтары, ап-аҡ кейеҙҙәре менән хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанып ҡайта. Етәкселек уның бындай тырышлығын күрмәй, баһаламай ҡалмай, әлбиттә. 1981 йылда КПСС-тың егерме алтынсы съезына арналған рәссамдар һәм ҡул эштәре оҫталарының район күргәҙмәһендә актив ҡатнашҡаны өсөн Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы-ның эшендә, ауыл тормошондағы әүҙем-леге өсөн Буранғол ауыл Советы тара- фынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары ла етерлек.

Инәйҙең ире Хөснөтдин Хисаметдин улы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, ун йыл урман хужалығында көс түгә, ауыл Советы депутаты булып һайлана. Алтын туйҙарын үткәреп, Мортаза Рәхимовтан Ҡотлау хатын алып ҡыуаналар. Илле ике йыл бергә ғүмер иткәндән һуң ире мәрхүм булып ҡалды.

Тормош дауам итә. Йомабикә инәй күршеһендә генә йорт һалып, донъя көткән улы Рәшит, килене Йәмилә, ҡыҙы Сәкинә, кейәүе Фуат, ейән-ейәнсәрҙәре һаулығына доға ҡылып, ил-йорттоң имен булыуын теләп, шөкөр итеп ғүмер кисерә.

Шәһиҙә ҒӘБИТОВА,

ветерандар ойошмаһы етәксеһе

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей