Тормоштан, хеҙмәттән йәм табып

Районыбыҙҙа тыуған төйәгенә хеҙмәт итеп, киләсәк быуынға өлгө, терәк булырҙай, матур, ныҡлы, берҙәм ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтереп йәшәүсе ғаиләләр бихисап. Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Зәйнәп һәм Рауил Йомағоловтар ҙа был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ. Уларҙың ныҡлы, татыу ғаиләһенең барлыҡҡа килеүенә лә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә - 62 йыл. Шул осорҙа күпте күргән кешеләр һынмаған-һығылмаған, ауырлыҡтар алдында бирешмәгән, тормоштарын яҡшылыҡҡа юрап, ғүмер йомғағын һүткәндәр. Йомағоловтар тормоштарын ауыл менән бәйләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән. Рауил ағай төҙөлөш бри­гада­һында эшләп колхозда, тыуған төйәгенең күркәм­легенә үҙ өлөшөн индерә. Уның оҫта ҡул­дарында әле лә бысҡы уйнап тора. Зәйнәп апай утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәктәп йыйыштырыусыһы булып үткәргән.
- Тырышып эшләнек тә, донъя ла көттөк. Эштә лә, өйҙә лә өлгөрҙөк, балалар ҙа үҫтерҙек,- ти улар.
“Етеш тормош өсөн хәҙер бөтә мөм­кин­лектәр ҙә бар. Тормошҡа битараф булмағыҙ, уның ҡәҙерен белеп, намыҫ менән йәшәргә кәрәк”,-тип нәсихәттәрен дә теләп ултыра уҙамандар. Рауил ағай менән Зәйнәп апай бөгөн балаларына – ҡәҙерле атай-әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә - хөрмәтле олатай, яғымлы өләсәй булып, бәхетле ҡартлыҡ көндәрен кисерә.  Йомағоловтар балаларын үҙҙәренең өлгөһөндә хеҙмәт һөйөүсән, тырыш кешеләр итеп, намыҫ менән йәшәргә өйрәтә.  Уларҙы белемле итергә бар көстәрен һалалар, аҙаҡ инде оло тормош юлына сығарып, туйҙарын үткәреп, эйәле-башлы итәләр. Бөгөнгө көндә Рауил ағай менән Зәйнәп апай эргәһендә Рәүиә ҡыҙҙары. Өлкән йәштә булһалар ҙа, уларҙың донъяһы гөрләп тора: һарыҡ аҫрайҙар, бройлер, өйрәктәр үҫтерәләр, йыл һайын баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш алалар. Ихата алдында гөл-сәскә хуш еҫ тарата.
Күптән түгел Үрге Төкөн ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтә­ле­генә стела асыу тантанаһы үтте. Был көн­дө байрам сараһын тағы ла бер ваҡиға йәмләне. Рауил ағай менән Зәйнәп апай ғаилә юбилейҙарын билдәләүҙәре айҡан­лы, Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин бәхетле парҙың йәш  ғаиләләр, үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булыуын билдәләп, хакимиәт исеменән бүләктәр тапшырҙы.
Һәр ваҡыт тормоштан, хеҙмәттән йәм табып йәшәгән Йомағоловтарға артабан да яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Эльвира ХӘЛИМОВА.
Үрге Төкөн ауылы.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей