Тормошҡа ашҡан хыял

Һәр кем бәхетен, тормошон үҙе ҡора. Һабаш ауылы һылыуҡайы Мәҙинә Әбделмәнова бар нәмә лә үҙенән генә торғанлығын ваҡытында аңлаған һәм алдына ҡуйған маҡсатына ирешкән.

Яҙмышын күрше Ергән ауылы егете Рәйес Әбделмәнов менән бәйләп, матур итеп тормош ҡоралар, йорт төҙөй башлайҙар. Һуңғараҡ улар йәш ҡатындың атай-әсәйҙәре эргәһенә күсеп ҡайта. 4 йәшлек Рифатты тәрбиәләүҙә олатай-өләсәйҙең ярҙамы ҙур.

Һүҙ ҙә юҡ, эшҡыуар булыр өсөн уңғанлыҡ, түҙемлек һәм мораль ныҡлыҡ талап ителә. Мәҙинә Мөнир ҡыҙына был сифаттарҙың һәммәһе хас. Иҫәп-хисап эшен теүәл алып барыуҙан тыш, иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем алһыҙ-ялһыҙ һатыу кәштәһе артында тороу өсөн ниндәй тынғыһыҙ йән булырға кәрәк?

“Юҡ, килеп сыҡмай, ҡулыңдан килмәҫ!” тигән һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн, сауҙа эшенә тотонор алдынан, күңелендә йөрөткән уйҙарҙы иренә, хатта ата-әсәһенә лә өндәшмәй (бына ҡайҙа ул холоҡ ныҡлығы!) ерҙе ҡуртымға алыуға ҡағыҙҙар туплай башлай. Артҡа сигенерлек урын ҡалмағас, атаһы менән ире проект әҙерләп, артыҡ ҙур булмаған сауҙа нөктәһе төҙөй. “Башта ауырлыҡтар күп булды, ә хәҙер кәрәк-яраҡты үҙҙәре килтереп бирәләр, ассортимент киң, ә көнкүреш ҡулланыу тауарын күрше ҡалаларҙан алабыҙ”, - ти ул.  

Сауҙа итеүенә 5 ай ғына ғына булһа ла, ауыл халҡы магазинды үҙ итеп өлгөргән. Шулай булмай мөмкин түгел,  йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ихласлыҡ менән эшләгән Мәҙинә һатып алыусыларҙы үҙенә йәлеп итеп тора.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей