Тормош йөгөн тартыр ирҙәр бар бит ул

Ауыл хужалығы - ҡатмарлы тармаҡ, тәбиғәт шарттары йыл дауамында һынау менән сыныҡтыра эшсәндәрҙең түҙемлек һәм тәжрибәһен. Өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, етерлек мал аҙығы туплау  игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап итә. Яҡташтарыбыҙ был һынауҙы лайыҡлы үтә, “Нурлы” агрофирмаһы йәмғиәте эшсәндәре - шулар иҫәбендә. Эшмәкәрлегенә ун йылдан ашыу ваҡыт үткән йәмғиәтте ошо ауылда тыуып үҫкән Ғүмәр Иҫәнов етәкләй. Ғәмле лә, дәртле лә, сәмле лә ир уҙаманы ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Форсаттан файҙаланып, Ғүмәр ағайға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Ниндәйҙер сәбәпкә бәйле, ауыл хужалығын түгел, башҡа тармаҡты һайлаһағыҙ, тормошоғоҙ ниндәйерәк булыр ине, күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?

- Баштан уҡ әйтәм: бының булыуы мөмкин түгел, хатта уйлай ҙа алмайым. Беҙ күмәк хужалыҡтарҙың, сәскә атҡан осоронда, атай-олатайҙарыбыҙҙың дәррәү эшләгән “ерҙе ҡәҙерләгән-хөрмәт күргән” тигән һүҙҙәрен ишетеп, күреп үҫтек. Кәрәк булһа, төҙөлөштә, талап ителһә,  балта оҫтаһы булып эшләрҙәй һөнәрҙәрем бар, әммә ерҙә эшләү - күңел талабы. 

- Ир-егеттең күңелендә эйәрле ат ята, тиҙәр, ә һеҙҙә?

- Шәхсән үҙемә генә ҡағылырҙай, хыялланып та тормошҡа ашмағаны юҡ та һымаҡ.  Генерал булырға хыялланмаған һалдат булмағандай, беренсе сиратта, йәмғиәтең матди базаһын тулыһынса яңыртыу ҡамасауламаҫ ине, дәүләт ярҙамына өмөт­ләнәбеҙ, шулай ҙа төп тырышлыҡ үҙебеҙгә бәйле. Хужа­лыҡта мал һанын арттырыу, һарыҡсылыҡты артабан үҫтереү, үҙебеҙҙә ҡымыҙ әҙерләп һатыу, яңы объекттар төҙөү, бер ҡараһаң, хыял, икенсе яҡтан иһә ҡул һуҙымында ғына торған ысынбарлыҡ.

- Һеҙҙең өсөн иң ҙур байлыҡ?

- Иң ҙур байлығым - изге эштәргә әйҙәр, тура юл күрһәткән динем. Аллаға шөкөр, ғаиләм, балаларым, яҡташтарым менән көслөмөн. Хужалыҡта эшләгәндәргә рәхмәтлемен. Уларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртмаһаң, эш һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ, шунлыҡтан биләмәлә ҡулдан килгәнсә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итергә  тырышабыҙ, эш хаҡын ваҡытында түләйбеҙ, башҡаларҙан айырмалы үҙ иҫәбебеҙгә йорт һалабыҙ. Ярҙам һорап килгәндәрҙе буш сығармайбыҙ. Ауылды ташлап ситкә юлланмаған, ошонда төпләнеп нигеҙ ҡорған, үҙ телен, тарихын, аҫаба халыҡ данын һаҡлаған, кәрәк булһа, ҡалҡан булып баҫыр милләттәштәрем менән ғорурланам. Хужалыҡ яйлап нығына, үҫә. Бөгөн 500-ләп һыйыр малы иҫәпләнә, тапшырылған һөт аҡсаһы төрлө түләүҙәргә китә. 400-ләп һарыҡ, 100 баш йылҡы, 700 гектар көтөүлек-сабынлығыбыҙ бар. Сәсеүлек майҙандары буш ятмай, агротехник саралар ваҡытында башҡарыла. Ерҙән уңыш алаһың икән, уны дөрөҫ эшкәртергә, ашларға ла кәрәк. Тармаҡта - егерменән ашыу кеше, ә миҙгелдә өҫтәмә эшсе ҡулдар йәлеп ителә. Машина-трактор паркын яңыртыу мәсьәләһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Миҙгел эштәрен үҙ көсөбөҙ менән атҡарып сығабыҙ.

- Ғүмәр ағай, яҡташтарығыҙ, гәзит уҡыусылар һәм шәхсән үҙебеҙҙең исемдән һеҙгә ғаилә именлеге, тормош сәме, күңелегеҙҙәге илһөйәрлек тойғоһоноң башҡаларҙа ла ғәм уятыуын теләйбеҙ!

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә: Ғүмәр Иҫәнов.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей