Тормош икәү тартҡанда күңелле
Тормошонан ҡәнәғәт булып, донъянан йәм һәм тәм табып йәшәүсе кешеләр менән аралашыу күңелдә тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Уларҙың һөйләгәндәре хәтерҙә уйылып ҡала, байтаҡ ваҡыт илһамландырып, ҡанатландырып тора. Үтәгән ауылында йәшәүсе Гөлгөнә һәм Заһир Батталовтар менән әңгәмәләшкәндән һуң да шулай булды. Гөлгөнә апайҙың ғүмер йомғағын һалмаҡ ҡына, ихлас итеп һүтеүен тыңлағы ла, тыңлағы килде.
Хәйер, хеҙмәт кенәгәһендә – Үтәгән мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы тигән бер генә яҙыу булыуы ла был хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләй түгелме?
Бала саҡ хыялы
- Ғинуар айының һалҡын ҡыш көндәренең береһендә тыуғанмын. Атайымдың, көрттән бата-сума кендек әсәһе Маруся апайҙы саҡырырға барҙым, тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған, тип һөйләй башланы Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Ябай колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға ауаз һала ул. Атайҙары колхозда тракторсы булып эшләһә, әсәйҙәре ғүмер буйына себеш, быҙау фермаларында, сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Атай-әсәйҙәренең эштән бушап ҡайтыуҙарын ағаһы һәм һеңлеһе менән һағынып көтөп тора улар. Их, мәктәптән ҡайтҡанымды әсәйем ҡаршы алһа ине, тип теләй ҡыҙсыҡ.
Гөлгөнә мәктәпкә уҡырға өйрәнеп бара. “Әсәйемдәр өйгә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар алдыра ине, шуларҙы үҙ аллы уҡып өйрәнгәнмендер. Тәүге уҡытыусым Фәриҙә Мөхәмәтҡолова, биология һәм химия уҡытыусыһы Ғәзизә Сәхәповалар беҙҙең өсөн өлгө булды. Уларҙың талапсан, тәртипле булыуҙары, ыҫпай һәм ҡупшы итеп кейенеп йөрөүҙәре үҙҙәренә әсир итә ине”, тип дауам итә Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Уҡырға ынтылышы көслө булған ҡыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлай. Ләкин ул саҡтағы колхоздарҙың гөрләп торған осоронда сығарылыш уҡыусыларын үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙә ҡыйынлыҡтар көтөп тора. Уҡыу йылы тамамланыр алдынан мәктәпкә колхоз секретары, агроном, зоотехниктар килеп, уҡыусыларҙы колхозда ҡалырға өгөтләп йөрөйҙәр. Барыһының да аттестаттарын артабан уҡыу өсөн Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенә тапшыралар. Гөлгөнә апай ҙа уҡытыусы булырға тигән хыялы күңел төпкөлөндә генә ҡалырмы икән, тип бошона. Уның бәхетенә шул йәйҙә Салауат ҡалаһынан ике туған апаһы ҡайта. “Гөлгөнә ҡайҙа уҡырға инергә уйлайһың?”, “Әйҙә, беҙҙең менән Салауат педагогия училищеһына уҡырға инерһең” – тип уның ауыртҡан еренә баҫа.
- Аллаһы Тәғәлә минең теләгемде ишеткәндер инде, атайым аттестатымды ныҡышып йөрөп алғандан һуң, уларға эйәреп Салауатҡа сығып киттем. Бер йыл апайым менән еҙнәмдә йәшәгәндән һуң башҡа ҡыҙҙар эргәһенә дөйөм ятаҡҡа күстем. Уларға әле булһа ҙур рәхмәтлемен, - ти Гөлгөнә Таһир ҡыҙы.
Училищела белем алған йылдары Гөлгөнә апайҙың иң күңелле, иң дәртле, бер хәсрәтһеҙ саҡтары булып иҫендә ҡалған. Яратҡан һөнәренә уҡыу өсөн ул бар тырышлығын һала. Бында уны төп белемдән тыш, йырларға ла, төрлө ҡул эштәренә лә өйрәтәләр.
- Бала саҡ хыялым тормошҡа ашҡанғалыр ҙа, бәлки, эшемә бөтә күңелемде биреп, бар көсөмдө һалып башҡарҙым. Миңә гел күҙҙәре уйнап торған, отҡор малай һәм ҡыҙҙарҙы уҡытырға тура килде. Гел икешәр класты бергә уҡытҡас, нисә класс уҡытып сығарғанымды хәтерләмәйем, - ти ҡырҡ йыл ғүмерен башланғыс класс уҡыусыларын уҡытыуға бағышлаған мәғариф уҙаманы.
Ире – ышаныслы тормош юлдашы
Студент саҡтар – йәш саҡтар. Гөлгөнә ял һайын ауылдарына ҡайтып йөрөй. Шул саҡтарҙа армиянан ҡайтып, Өфөлә шоферлыҡҡа уҡып йөрөгән ағаһының класташы Заһир менән араларында мөхәббәт осҡондары ҡабына. Заһир, берҙән, ағаһының дуҫы булһа, икенсенән уның тәртипле, ышаныслы кеше икәнлеге шул саҡта уҡ беленә. Ике йәш йөрәк өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора.
- Заһир мине баштан уҡ килен итеп, атай-әсәләренән айырым бәләкәй генә йортона алып ҡайтты. Тормош көтөп китергә карауатын да, өҫтәлен дә, табуреткалар ҙа хәстәрләп ҡуйған ине. Тырыш, донъя көтөргә шәп кеше булды ағайығыҙ, - тип бәйән итте Гөлгөнә апай.
Заһир ағай фермала малдар ҡарай, бик оҙаҡ йылдар хисапсы эшен алып бара. Ә Гөлгөнә Таһир ҡыҙы баш-көллө мәктәптә уҡыусылар уҡытыуға сума. Тәүге улына дүрт ай сағында эшкә сыға. Ярай әле сабыйҙы ҡарашырға олатай-өләсәйҙәре була.
“Ул замандарҙағы ауырлыҡтарҙы һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Иҙелдән һыу ташыйбыҙ, өйҙө утын яғып йылытабыҙ, сабый балаға эсерергә әлеге кеүек ҡушылмалар юҡ, һыйыр һөтө эсереп үҫтерҙек. Балалар бер-береһен ҡарашып үҫте. Уларҙың үҫкәнен дә күрмәнек. Әл дә ирем яғынан ярҙам булды”, - тип иҫкә ала әңгәмәсем.
Улар бар йорт эштәрен бергәләп башҡаралар. Бер-береһенең һүҙенә ҡолаҡ һалып, юл ҡуйып йәшәгәнгә донъялары ла алға тәгәрәй.
Йәшәү йәме – балаларҙа
Бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирә Батталовтар. Балаларына дөрөҫ тәрбиә, белем бирәләр. Улар хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булып, үҙ донъяларын ҡорғандар. Динар Алыҫ Көнсығышта ил сигендә кинолог булып хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң ауылда төпләнергә ҡарар итә. “Ҡустығол” йәмғиәтендә тракторсы булып эшләй. Бер йылда уны яҡшы эшләгәне өсөн ауыл хужалығы һәм сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре байрамында машина менән дә бүләкләгәндәр. Йорт һалып сығып, килендәре Селина менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.
Икенсе улдары Линар ҙа ауылда йәшәй. Ҡатыны Лилиә менән ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтерәләр. Ул Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, “Нива” МТС-ы йәмғиәтендә – тракторсы.
Ҡыҙҙары Дилбәр Өфө медицина колледжын тамамлап, байтаҡ йылдар шәфҡәт туташы хеҙмәтен башҡарғандан һуң, психолог булып эшкә урынлашҡан. Әлеге көндә кейәүҙәре Илгиз менән Өфө районының Дорогино ҡасабаһында йәшәй. Айгизә һәм Гүзәл исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Төпсөк улдары Айнур төҙөлөш колледжында механиклыҡҡа уҡып сыға. Ишембайҙа “Башнефтгаз” йәмғиәтендә бурыусы булып эшләй. Кәләше Лилиә менән Искәндәр, Динислам һәм Арыҫлан исемле улдар үҫтерәләр.
Балалары хаҡында һөйләгәндә Гөлгөнә апайҙың күҙҙәрендә ғорурлыҡ һәм шатлыҡ нурҙары балҡый. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуын улар һағынып көтөп ала. Бәхетле өләсәй тәмле-татлы ризыҡтарын бешерһә, олатайҙары ла ейән-ейәнсәрҙәрен “аһ” итеп тора. Гөлгөнә апай менән Заһир ағай урманға, ялан-ҡырҙарға сығып йөрөргә яраталар. Төрлө йыл миҙгелендә бергәләп миндек, еләк-емеш, мәтрүшкә, сәтләүек, балан йыялар. Элек ат менән утын-бесән әҙерләһәк, хәҙер ат тотмағас, мотоблок менән йөрөйбөҙ, - тиҙәр.
Тәбиғәт менән һоҡланырға, һыу инергә ейән-ейәнсәрҙәрен дә алып сығалар, уларға теге йәҡи был үләндең файҙаһы тураһында аңлаталар, нисек йыйырға икәнлеген өйрәтәләр. Заһир ағай мәсеткә йөрөй, йома намаҙҙарын ҡалдырмай. Ваҡытлы матубғаттан да айырылғандары юҡ Батталовтарҙың.
“Доғалар уҡып, илдәге хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып йәшәйбеҙ. Ауыр сирҙәр үтеп китһен, донъяларыбыҙ тыныс торһон”, - тип теләй улар.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотоһы.