Тормош девизы: таш менән атҡанға, аш менән ат.

Эльмира Юлдашева ҡурайсылар төбәге – Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған.

“Атайым баянда уйнай, әсәйем уға ҡушылып йырлай торғайны. Бала саҡтан бик актив була торғайным – бейеү, хор, мандолина түңәрәктәре, Юлдыбай халыҡ театрында хатта төп рольдәр уйнарға насип булды”.

Мәктәптә һәйбәт уҡый. Унан сәнғәт институты театр факультетында ла уҡыу яғынан һынатмай. Институтта уҡытыусылары – Әбүшахманов Әхтәм Әхәт улы, Хөсәйенова Земфира Хәмзә ҡыҙы булалар. “Ай ҡыҙына” институтты тамамлаған йылы, кастинг аша үтә. Әлбиттә, ныҡ тулҡынлана, сөнки беренсе тапҡыр камера алдында, билдәле актер һәм актрисалар менән бер рәттән эшләргә кәрәк бит. Сериалдың режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов үҙенең кәңәштәре менән дәрт, көс бирә уға.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына институтты тамалағас, курс ҡыҙҙары һәм егеттәре менән киләләр. Бик күптәре хеҙмәт юлын икенсе урындарҙа табалар. Быйыл Эльмира Юлдашеваның хеҙмәт, эшләү стажы 20 йыл! Ошо уңайҙан 2021 йылдын март айында үҙемдең ижад кисәһен, бенефисын үткәрергә тип план ҡора. Әлеге ваҡытта репертуар өҫтөндә эшләй, яңы әҫәрҙәр туплай.

Балалары, игеҙәктәр – Нуриҙә менән Нурислам, Динислам. Ҙурҙарына 17 - шәр йәш, бәләкәскә 12. Нуриҙә – йырларға, бейергә ярата. Нурислам машиналар менән ҡыҙыҡһына, ә Динислам футбол менән шөғөлләнә.

“Ай ҡыҙы” телесериалының икенсе бүлегендә төшә алмауының сәбәбе: игеҙәктәргә әсәй булырға йыйынған ваҡытҡа тура килә.

Кешегә ярҙам итеү ҡанына һеңгән. Йылы һүҙ, тәмле аш менән. Тормош девизы: таш менән атҡанға, аш менән ат.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей