“Толпар” игенселәре һынатманы

Илфат Салихов етәкләгән “Толпар” ЯСЙ-һы ауыл хужалығы культуралары үҫтереү, ер эшкәртеү һәм йылҡысылыҡ тармағы буйынса төбәктә иң маҡсатлы эшләгән ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Йылдың-йылы был йәмғиәт иген һәм техник культураларҙан яҡшы уңыш үҫтереп ала, бының нигеҙендә ергә хужаларса мөнәсәбәт, игенселек технологияһын аныҡ күҙәтеү, сорт яңыртыу өҫтөндә даими эшләү ята.

Быйыл да предприятие иген һәм техник культураларҙан йылына күрә ярайһы уңыш үҫтереп алды, сифатлы орлоҡ әҙерләп һалды. Ауыл хужалығы культураларын сабыуҙа механизаторҙар Сәйфулла Азаматов, Рамаҙан Йәнбирҙин, Заһир Рәхмәтуллин, урып-һуғыуҙа комбайнсылар Илшат Байбиков һәм Булат Ғәйнетдинов, ашлыҡ ташыуҙа Азат Әбйәлилев, Айрат Сырлыбаев, Василий Лысаков, Фәнис Яуғастин иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Иретеп йәбештереүсе Фәнил Байымов, игенселәрҙе тәмле аш-һыуҙары менән тәьмин иткән “Ирәндек-тур” йәмғиәте, водитель Александр Азманов ураҡты ойошҡанлы атҡарып сығыуға тос өлөш индерҙе. Ырҙын табағында эште уның мөдире Альбина Самарбаева оҫта ойошторҙо. Слесарҙар Илфат Йосопов һәм Илфар Дияров, тейәүсе Илгиз Сөләймәнов үҙ бурыстарын яуаплы атҡарып сыҡты.

Механизатор Илшат Байбиков хужалыҡта байтаҡ йылдар эшләй. Ошо осорҙа ул үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанды, хеҙмәт ярыштарында күп тапҡырҙар еңеүсе булып танылды.

Илшат Ғәле улы һәр ауыл хужалығы кампанияһында әүҙем ҡатнаша, сәсеү, урыпйыйыу, ер эшкәртеүҙә алдынғылыҡты бирмәй. Ураҡ осоронда ул “Вектор” комбайнында эшләһә, әле Т-150 К тракторында ер эшкәртә.

Һүрәттә: механизатор

Илшат Байбиков

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей