“Толпар” быйыл да һынатманы

Илфат Салихов етәкләгән “Толпар” ЯСЙ-һы йылҡысылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән предприятиеларҙан һанала. Хужалыҡ барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып, йылдың-йылы хеҙмәт ярыштарында алдынғылар рәтендә таныла.

Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә лә предприятие тейешле кимәлдә әҙерләнеп, уны дәррәү һәм кәрәкле технологиялар нигеҙендә атҡарып сыҡты.

Сәсеүҙә механизаторҙар Сәйфулла Азаматов, Булат Ғәйнетдинов, Илшат Байбиков, Заһир Рәхмәтуллин, Рамаҙан Йәнбирҙин иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Уларға сәсеүселәр Айгиз Рыҫбаев, Вилдан Ғазин, Илгиз Исчурин, Денис Кодаков, Илдус Исчурин, Венер Әхмәтов, Байыҡ Үҙәнбаев ярҙамлашты. Орлоҡ ташыуҙа водителдәр Азат Әбйәлилев һәм Айрат Сырлыбаев, тырматыуҙа Илһам Солтанғолов, Закир Сыртланов һәм Илфар Дияров, катоклауҙа Сабирйән Ҡашҡаров һынатманы. Техниканы яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә Илгиз Сөләймәнов, баҫыу эшсәндәрен тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөргән “Алтынай” кафеһы коллективының һәм водитель Александр Азмановтың хеҙмәте ҙур булды. Келәт мөдире Альбина Самарбаева һәм эшсе Илфат Йосопов орлоҡ таҙартыу, уны ағыулау, баҫыуҙарға оҙатыуҙы ваҡытында ойошторҙо. Иретеп йәбештереүсе Фәнил Байымов агрегаттарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итте.

“Толпар” ЯСЙ-һының үҫемлекселек тармағы быйыл да иген, техник һәм мал аҙығы культураларынан яҡшы уңыш үҫтереп алырға ниәтләй. Бының өсөн йәмғиәттең бөтә мөмкинлектәре бар.

А. Салауатов

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей