Иң тәмле, иң татлы бал йәрминкәһе

Халҡыбыҙ боронғо кәсептәрен онотмай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Күңел биреп эшләгәндә ул - юғары килем сығанағы. Үҙәк баҙар биләмәһендә ойошторолған бал йәрминкәһе ошоно дәлилләне.

Сарала ҡатнашыусылар балдың һәр төрөн тәмләп ҡараны, самауыр сәйе эсте, концерт ҡараны, үҙенә оҡшаған бал өсөн тауыш бирҙе. Бынан тыш, бал ҡорто продукцияһын һатып алыу мөмкинлеге тәҡдим ителде.

Ике тиҫтә йылдан ашыу ошо шөғөлгә тоғро Ринат Тимерәев быйыл һатыуға йүкә, сәскә балы килтергән. “Яҡшы килем сығанағы ғына түгел, һаулыҡ өсөн дә яҡшы умартасылыҡ”,- ти ул. 

Зөһрә һәм Ришат Сәғитовтар хаҡлы ялға сыҡҡас шөғөлләнә башлаған. 6 йыл эҙләнеү, тәжрибә туплау һөҙөмтәһеҙ үтмәгән, уларҙың үҙ һатып алыусылары барлыҡҡа килгән. “Хаҡты үтә юғары ҡуймайбыҙ. Ҡортсолоҡто үҫтерәм тиһәң, нәҙекәйбилдәр һымаҡ уңғанлыҡ кәрәк”, - ти улар.
Программаға ярашлы, бал йәрминкәһендә төрлө конкурс үтте. Бал һатып алыусылар сараны ойоштороусыларға тәмле лә, файҙалы ла ризыҡ алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.

Сәскә балының өс литрын 1-1300 һумға, йүкәнекен 1600-1800 һумға алырға була ине.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 
 
Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей