Тирмәндә ҡышҡы спорт байрамы

Бишенсе Асыҡ саңғы фестивале йөҙҙән ашыу ҡатнашыусыны тупланы
 

Тирмән ауылында бишенсе йыл Әсүәт Әлибаев һәм Камил Шәрәфетдинов иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы уҙғарылды. Был шәхестәрҙең береһе – элекке Киров исемендәге колхоздың рәйесе, икенсеһе мәктәп директоры булып эшләгән. Тап ошо талапсан, булдыҡлы ике етәксенең тырышлығы менән Тирмән ауылында таштан бөгөнгө ике ҡатлы мәктәп төҙөлгән.

Аталарының яҡты иҫтәлегенә улдары Әнүәр һәм Айҙар Әлибаевтар, Булат Шәрәфетдинов йыл һайын тыуған ауылдарында шундай спорт сараһы ойоштора. Ярыш алдынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айгиз Әхмәтйәнов, Тирмән ауыл биләмәһе башлығы Минтаһир Исрафилов, мәктәп директоры Лариса Мөхәмәтова, сараның төп бағыусылары, спортсыларға изге теләктәрен белдереп, сығыш яһаны. Айҙар Әлибаев әйтеүенсә, Тирмән мәктәбе быйыл 45 йыллыҡ юбилейын билдәләй, бишенсе фестивалдең ҙурлап үткәрелеүе шуның өсөн дә мөһим ул. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Павел Томилин былтыр ошо сара тураһында материалдарҙы Санкт-Петербургка иң яҡшы йөҙ өҫтәмә белем биреү ойошмаһы Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим итеп, “Йыл ваҡиғаһы” номинацияһы Дипломы менән бүләкләнеүҙәрен һөйләне.
Быйылғы V Асыҡ саңғы фестивале ауыл халҡы өсөн оло бер байрамға әүерелде. Ҡояшлы, матур яҙғы көн, күркәм итеп биҙәлгән старт майҙансығы бында килгәндәрҙең кәйефен күтәрҙе. Ауыл ағинәйҙәре бешеренеп килтереп, самауыр ҡайнатып, һәр теләгән кешене ҡоймаҡлап сәй менән һыйланы.
Ярышта Лағыр, Малаяҙ, Мөрсәлим, Тирмән, Торналы, Янғантау мәктәптәренән, Дыуан күп профилле колледжы филиалынан, хатта күрше райондың Мәсәғүт гимназияһынан командалар ҡатнашты. Миндештән иң кескәй саңғысылар: алты йәшлек Валерий Шәрипов һәм һигеҙ йәшлек Диана Хөснуллинаның бүтәндәр менән бер үк дистанцияны үтеүе хайран ҡалдырҙы. Башҡорт Илсекәйенән 77 йәшлек Ғәптелғәлим Усманов, Мөрсәлимдән 60 йәштәге Миңһылыу Хәкимова иң өлкән ҡатнашыусы булды. Улар һәр береһе айырым бүләкләнде.
Бөтәһе стартҡа 120 саңғысы сыҡты. Әлбиттә, һәр йылдағыса хужалар – Тирмән урта мәктәбе командаһы был юлы ла алдынғылыҡты бирмәне. Төрлө йәштәрҙә һәм дистанцияларҙа тренер Ринат Байгилдиндың тәрбиәләнеүселәре Розалия Нәбиева, Айнур Заһитов, Лия Ғатауллина, Айҙар Хажиморатов – беренсе, Дияз Ғатауллин, Вилена Төлкөбаева – икенсе, Азалия Нуриева, Азалия Нәбиева, Гөлдәр Исламетдинованың өсөнсө урындар алыуы командаға еңеү килтерҙе.
Икенсе урын – Янғантау урта мәктәбенә (саңғысылар командаһын мәктәп директоры Фирғәт Ғимранов үҙе йыйып килтергәйне), өсөнсө урын Лағыр урта мәктәбе командаһына (тренерҙары – Вадим Ҡазыев) бирелде. Почет пьедесталына күтәрелгән команда капитандары кубоктар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде.
Ғөмүмән, ярыш һөҙөмтәһе буйынса алтынсы урынға тиклем спортсылар матур бүләктәргә лайыҡ булды. Призерҙарға миҙал-грамоталар, ярышты ойоштороусы бағыусылар Әнүәр, Айҙар Әлибаевтар һәм Булат Шәрәфетдинов, команда тренерҙарына район Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Айҙар НОҒАМАНОВ.

"Йүрүҙән" гәзите.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей