Тирмәләр конкурсы

Тирмә - төрөк һәм монгол күскенселәренең һүтеп-йыйылмалы кейеҙ менән ябылған, йәшәү өсөн тәғәйенләнгән торлағы булған.

Тирмә - төрөк һәм монгол күскенселәренең һүтеп-йыйылмалы кейеҙ менән ябылған, йәшәү өсөн тәғәйенләнгән торлағы булған. Башҡорттар, күп күсмә халыҡ кеүек, ярты ғүмерен ваҡытлыса йорттарҙа үткәргән.  Иң боронғоһо һәм уңайлыһы рәшәткәле тирмә булған, һыуыҡта йылыны һәм эҫелә һалҡынды тотҡан. Башҡорттар тирмәне йөндән, ағастан һәм күндән ҡорған. Уның аҫҡы яғын рәшәткәнән эшләгәндәр һәм ҡайыш менән нығытҡандар. Өҫкө өлөшөндә төтөн сығырға һәм яҡтылыҡ керһен өсөн түңәрәк ҡалдырғандар. Тирмәнең эсе шаршау менән ике өлөшкә бүленгән. Уң яғы-ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән, унда йоҡо бүлмәһе һәм хужалыҡ кәрәк яраҡтары, кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек торған. Һул яғы ир-егеттәр һәм ҡунаҡтар өсөн эшләнгән.
Һабантуй байрамында тарихи йолаларыбыҙҙы сағылдырған тирмәләр конкурсы  төп өлөшө булып тора, республика халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен һаҡлап ҡалыныуын күрһәтә.
Быйыл конкурста ун хужалыҡ ҡатнашты, унда башҡорт тирмәләре ҡуйылды, халҡыбыҙҙың көнкүреше күрһәтелде. Яуаплылығы сикләнгән «Агротехнологиялар» йәмғиәте (Мәкәш ауыл Советы), В.Б. Рихтер крәҫтиән-фермер хужалығы (Алға ауыл Советы), Р.Ш. Хөснөтдинов КФХ-һы  (Көрмәнкәй ауыл Советы), яуаплылығы сикләнгән «Канаш» йәмғиәте (Суйынсы ауыл Советы), яуаплылығы сикләнгән «Аграр технологиялар» йәмғиәте (Раев ауыл Советы), яуаплылығы сикләнгән «Толпар» йәмғиәте (Ҡаҙырғол ауыл Советы),  яуаплылығы сикләнгән Ҡаҙанғол ТПХ-һы йәмғиәте (Поляковка ауыл Советы), Ф.Ә. Сәйетгәрәев крәҫтиән-фермер хужалығы (Ҡыҙрас ауыл Cоветы), Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһы тирмәләр ҡорған. Ҡатнашыусылар башҡорттарҙың барлыҡ йолаларын күрһәтергә тырышҡан. Башҡортостан һәм Рәсәй флагтары эленгән, ауыл хужалығы алдынғылары стендтары, балсыҡтан көршәктәр,  һабандар, йөн иләгес, һандыҡ, ҡойо, һәм башҡа тарихи ҡомартҡылар ҡунаҡтарға бик оҡшаны, конкурсанттар тирмәләрҙе зауыҡ менән биҙәгән. Усаҡта бешкән тәмле бишбармаҡ еҫе тирә-яҡҡа таралған...
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновты һәм һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтарын һәр урында йылы итеп ҡаршы алдылар, улар хужалыҡ һәм ойошмалар тәҡдим иткән тирмәләрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Жюри ағзалары коллективтарҙың тырышлығына тейешле баһа бирергә тырышты. Һөҙөмтәлә беренсе урынды яуаплылығы сикләнгән «Агротехнологиялар» йәмғиәте (Мәкәш ауыл Советы), икенсе урынды В.Б. Рихтер крәҫтиән-фермер хужалығы (Алға ауыл Советы), өсөнсө урынды яуаплылығы сикләнгән «Канаш» йәмғиәте (Суйынсы ауыл Советы) һәм Ф.Ә. Сәйетгәрәев крәҫтиән-фермер хужалығы (Ҡыҙрас ауыл Советы) алды. Конкурста еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды, мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур өлөш индергән, күп милләтле халҡыбыҙҙың тарихын һәм йолаларын һаҡлаған өсөн бар ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей