Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ

Бөгөн эш юҡ, тип зарланыып ултырыу - булдыҡһыҙҙар өлөшө. Ҡолғана уңғандары Сәлих һәм Рәмзилә Ғәйетбаевтарға был һүҙ бөтөнләй ят, сөнки ҡара таңдан ҡыбырлап, эшем эш булһын тип сабып йөрөүселәр иҫәбендә улар. 

КФХ етәксеһе Рәмзилә Хажиәхмәт ҡыҙын Йәнәрғошта картуф ҡаҙып йөрөгән ерендә тап иттек. Сәлих, ғәҙәттәгесә, һәр нәмә хаҡында хәбәрҙар. Эштән башҡаны белмәгән уңған ҡатыны Рәмзилә янына барып еткәнсе, КФХ-ларының хәл-әхүәле хаҡында түкмәй-сәсмәй һөйләп тә бөттө. 
Ферма эргәһендәге быйыл ғына һөт аҡсаһына башы ябылып ҡуйылған 50х10 метр ҙурлыҡтағы әүеҫлек бесән төргәктәре менән лыҡа тулы – 300-әр килограмлыҡ 800 төргәк тау-тау булып ята. Йәнә быйыл һөт һатҡан аҡсаға бесән төргәкләгес тә алып ебәргәндәр. Сапҡыс, тырма, яңы ҡалҡып сыҡҡан ҡарауылсы йорто ла – ошо иҫәптә. 

- Әле көндәлек һауым 150 литр. Йәйге осорҙа был күрһәткес 300 литр ине. Йәйгеһен Сәлих Иҫке Собханғолдағы һөт ҡабул итеү пунктына һөттө көн аша ташыны, хәҙер 3 көнгә бер алып бара. 40 баш һауын һыйырының бөгөн 30 башы һауыла. Йәйге осорҙа һыйыр һауышырға кеше ялланыҡ, кеше булмағанда Белорет медицина колледжында уҡып йөрөүсе ҡыҙыбыҙ Гөлдәриә менән минең өлөшкә төшә инде был эш. Һөт аҙайып китһә, айыртып, ҡаймаҡ-майын район үҙәгенә алып барып һатам. Ҡорот, эремсек тә һатабыҙ, - ти Рәмзилә. 

Бесәнде ташырға ғына кеше ҡушалар. «Уландарҙың береһе саба, береһе йыя, береһе төргәкләй», ти Сәлих. 
Ғәйетбаевтарҙың Йәнәрғоштағы фермаһы ҙурайғандан-ҙурая: элекке бер йорт эргәһенә яңыһы ҡалҡҡан, малдар 50х12 метр ҙурлыҡтағы һарайҙа тотола. «Эш тә, малайҙар ҙа бында, миңә лә ошо яҡҡа шылыштамай булмаҫ», ти йүнсел хужа. 

Нимәһе аптырата ла, һоҡландыра ла: дүрт ул, бер ҡыҙ атаһы Сәлих ошо ҙур эштәрҙең башында тора. Бөтә яуаплылыҡ, ойоштороу эштәре – уның елкәһендә. Ауылдаштары әйтмешләй, ҡаҡлығып йөрөй ул. Шунһыҙ булмай: аяғың тәп итмәһә, ауыҙың сәп итмәй. Ошоно белә хужа. Уландарына ла шулай йәшәргә өйрәтә. 
Таңғы биштән тороп эшкә керешәм, ваҡыт етмәй ҡала, тигән ир-уҙаманға нимә тип әйтәһең инде. Ҙур афарин! 

А. РӘЖӘПОВА. 

 

 

 

 

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей