«Тимер аттар»ҙы әҙерләйбеҙ

Яҙ һулышы игенсегə яңы хəстəрлектəр өҫтəй. «Искра» хужалығында ла яҙғы баҫыу эштəренə техниканы əҙерлəү, уға техник яҡтан күҙəтеү үткəреү, келəттəрҙə орлоҡ əҙерлəү, төрлө ауырыуҙарҙан, бөжəктəрҙəн зарарланмаһын өсөн, уны химик препараттар менəн эшкəртеү, яғыулыҡ-майлау материалдары туплау өҫтөндə əүҙем эш алып барыла. Ауыл хужалығындағы эштəрҙең иң тығыны, ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сығыуҙы талап иткəне - яҙғы баҫыу эштəре. Ул һуҙмайлауҙы, илке-һалҡылыҡты ғəфү итмəй. «Яҙғы сəсеүҙе төҙөк техникаһыҙ юғары кимəлдə үткəреү мөмкин түгел. «Тимер ат»тарҙың ҡайһыларын көҙҙəн ипкə килтереп, башҡаларын əлеге ваҡытта əҙерлек һыҙығына ҡуйыу өҫтөндə эшлəйбеҙ. Хужалығыбыҙҙың машина-трактор паркына зарланаһы түгел, техника етерлек. Баҫыуҙарға быйыл бөтəһе йөҙгə яҡын агрегат сығасаҡ», - ти «Искра» хужалығының баш инженеры Рəйес Рахманғолов.

Рəүеф АБДУЛЛИН Яҡшымбəт ауылы Автор фотоһы

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей