Тейешле технологиялар нигеҙендә

Баймаҡтан Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарын үҫтереү буйынса районда ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә лә иң һөҙөмтәле эшләүсе фермерҙарҙан һанала. Был ҡеүәтле һәм заман шарттарына ҡулайлашып үҫешкән предприятие халыҡты йылдың-йылы сифатлы ҡош-ҡорт менән тәьмин итә, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра, меценатлыҡ өлгөһө булып тора.

Һуңғы йылдарҙа фермер хужалығы иген культуралары үҫтереү тармағына йөҙ борҙо һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был йүнәлештә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Матди-техник базаны ҡеүәтле һәм заманса техника-агрегаттар менән тулыландырыу, ер тураһында даими хәстәрлек күреү, орлоҡ  фондын яңыртыу һәм яңы сорттарға өҫтөнлөк биреү үҙенең тос емештәрен бирҙе.   Предприятие баҫыу кампаниялары йомғаҡтары буйынса район кимәлендә күп тапҡырҙар еңеүсе булып танылды.

Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен дә фермер хужалығы яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды: көҙ 350 гектарҙа ер туңға һөрөлдө, 20 тонна бойҙайҙың элиталы “тобольская” сорты һатып алынды, техника-агрегаттар мәлендә әҙерлек һыҙығына баҫтырылды. Сәсеүҙе коллектив тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сыҡты. Иген культуралары 260 гектарҙы биләп, шуның 235 гектарын бойҙай, 220 гектарын һоло, ҡалғанын арпа тәшкил итте. Сәсеүҙә “Агратор” сәскесе менән К-744 тракторында механизатор Альберт Туйканов яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Орлоҡ ташыуҙа водитель Александр Марущяк тырышып эшләне. Бригадир Ришат Әминев участкала эште оҫта ойошторҙо. Әйткәндәй, яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыуға Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Данис Вәлиев һәм Ильяс Кәлимуллин да үҙ өлөштәрен индерҙе – был тырыш егеттәр орлоҡ таҙартыуҙа эшләне,   агрегатты орлоҡ менән тәьмин итте.

Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығының быйыл да мул уңыш үҫтереп алырына шикләнмәҫкә мөмкин – тармаҡҡа һалынған хеҙмәт ошо фекерҙе әйтергә тулы нигеҙ бирә.

А. Салауатов.

Һүрәттә: Р.Байрамғолов (уртала) сәсеү батырҙары А.Марущяк, Р.Әминев һәм А.Туйканов менән.

Д. Фадеев фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей