«Терра Башкирия».

На прошлой неделе в Уфе на ипподроме «Акбузат» прошли масштабные мероприятия: этнофестиваль башкирского кумыса «Яйляу» и турнир по конному спорту «Терра Башкирия». Делегации Зилаирского района удалось очень достойно выступить на этом мероприятие. Уфимцы высоко оценили вкусовые качества зилаирского кумыса, выставленного нашими КФХ. Выставка хлебо - булочных изделий потребительского общества «Зилаир», картины и изделия из бересты художника И.Сучкова, башкирские шали, нагрудники наших умелых мастериц—членов общества агинэйзар «Танкабика» вызвало море эмоций у посетителей. 
На второй половине дня прошли конные скачки. В них участвовали наши скакуны—кони по кличке «Буян», «Аманат», «Малышка» и «Красотка» из ЛПХ «Н.Юмабаев» из д. Султантимирово. Молодые жокеи А.Акилов, В.Ситдиков, В.Рыскужин и М.Тлявсин достойно представили наш район. В будущем, пожелаем им удачи и ждем высоких результатов. 
⃰ ⃰ ⃰ 
Уҙған аҙнала Өфөнөң Таһир Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында ике ҙур күләмле республика саралары: “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этнофестивале һәм “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры булып үтте. Унда беҙҙең Йылайыр районы делегацияһы ла лайыҡлы ҡатнашып ҡайтты.“Башҡорт ҡымыҙы” брендын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этнофестивале халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген етештереүселәрҙе һәм уны тәмләп ҡарарға килеүселәрҙе берләштерҙе. Баш ҡала халҡы Йылайыр фермерҙары алып барған ҡымыҙҙы бик яратып алды. Йылайыр районы делегацияһы тәҡдим иткән бай күргәҙмә эргәһенән дә кеше өҙөлмәне. “Йылайыр” ҡулланыусылар ойошмаһы етештергән икмәк-ҡаластар, урындағы рәссам И.Сучковтың картиналары, туҙҙан яһалған һауыт-тырыздары, “Тәңкәбикә” ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары А.Рәмова, Ф.Ҡоҙашева, Р.Янбаева һәм М.Кинйәбулатоваларҙың оҫта ҡулдары менән бәйләнгән шәлдәр, тегелгән сағыу һаҡал-түшелдеректәр барыһының да күңеленә хуш килде. Өфөләр шулай уҡ Рәйсә Янбаева эшләгән буҙаны яратып эсте. 
Көндөң икенсе яртыһында ипподром яланында “Терра Башҡортостан” ат спорт турниры уҙғарылды. Унда Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Ҡалтасы, Мәләүез һәм Өфө районынан килгән юртаҡтар ярышты. Турнирҙа Һултантимер ауылының “Н.Йомабаев” шәхси ярҙамсы хужалығының “Буян”, “Аманат”, “Малышка”, “Красотка” ҡушаматлы юртаҡтары ҡатнашты. Йәш жокейҙар А.Аҡилов, В.Ситдыҡов, В.Рыҫҡужин һәм М.Теләүсиндар беҙҙең районды лайыҡлы күрһәтә алды. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә өлгәшергә яҙһын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей