Тере шаһит

Һабаш ауылынан тыл ветераны 91 йәшлек Рамаҙан Әхтәм улы Игбаев ауылда иң өлкән, хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр тыл хеҙмәтен үҙ елкәһендә татыған әңгәмәсемдең ғүмер сәхифәһе - үҙе бер тарих.

“ Әбейем Зәйтүнә менән Салауат, Өлфәт, Вәсилә, Азат исемле 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бергә йәшәгәнгә 69 йыл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике балабыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Вәсилә ҡыҙым оҙаҡ йылдар Ишембайҙа бер ойошмала хисапсы булып эшләне, оло улым нефть институтын бөтөрҙө, хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.

Һуғыш башланғанда миңә 15 кенә йәш ине. Ат ҡараусы итеп алдылар. Аслыҡтан малдар күтәртә, ашарға етмәй. Ауырлыҡ бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро елкәһенә төштө. Ашарға юҡ, кейергә булманы.

...1943 йыл, булһа кәрәк. Һыйырҙарҙы Солтан Асылғужин  бабай көтә торғайны. Төнгө сәғәт икеләр тирәһе булғандыр. Ул биҙрәгә кәрәсинле фонарҙы һалып, ферманы ҡарарға китте. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, күҙ йәше менән илап килеп инде: “Балалар, харап булдыҡ”, - ти. Ҡышын өйөр-өйөр бүреләр аҙыҡ эҙләп йөрөй торғайны.  Ошо йыртҡыстар һарайҙың мөйөшөн тишеп, һыйырҙарҙы, 40 баш һарыҡты тамаҡлаған. (Ул ваҡытта йорт, һарай һалам менән ябыла ине.)

Быйыл Еңеү көнөндә мотоблокка флаг ҡаҙаным, өс баланы ултырттым да ауылды әйләнеп сыҡтым, уларға ҡушылып мин йырлайым, ныҡ күңелле булды. Үҙем “Иҫемдә ҡалғандар” исеме аҫтында ауылдаш яугирҙар тураһында хәтирәләрҙе теркәп барам, киләсәк быуынға аманат булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ҡыҙыҡһынмай, һорамай.

Һуғышҡа киткәндәр араһында атайым Әхтәм Игбаев, ауылдаштар Шәкүр Ғәббәсов, Насретдин Алтынбаев, Ғимран Бикҡужинға 50 йәш тирәһе булғандыр. Бригадала бик етеҙ көрән ат бар ине. Ошо байталды егеп мин уларҙы үҙем Ергәнгә алып барҙым. Һабаш менән Ергән араһында ҙур оҙон тирәк үҫә торғайны, шунда еткәс, бергәләшеп йырлап ебәрҙеләр. Атайым мине ашханаға индереп ашатты. “Улым, донъя һиңә, әсәйеңә ҡалды, нисек тә булһа һыйырҙы бөтөрмәгеҙ, беҙ оҙаҡ йөрөмәбеҙ”, - тине. Иҫләһәм, хатта әле лә илағым килә. Машина килгәс, бына китте ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре.  

Һуғыштан һуң 1946 йылда район буйынса 12 кешене йыйҙылар ҙа Свердловск өлкәһенә уҡытырға алып киттеләр. ФЗО бөтөрҙөм, электромонтер булып унда ике йыл эшләнем. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, илдә күмер сығарыу өлкәһендә эшсе ҡулдар етмәгәс, военкомат аша Башҡортостандан 300-ләп кешене йыйып, Приморьеға алып киттеләр. Унда ике йыл шахтала эшләнем. 127 метр түбәнлектә ер аҫтында күмер сығарҙыҡ. Һуңғараҡ Ишембай нефть сығарыу тармағына 30 йыл ғүмеремде арнаным. Хаҡлы ялға шунан киттем.”

Осрашыу аҙағында Рамазан бабай һәммәбеҙгә үҙенең теләктәрен еткерҙе. Донъяларҙың тыныс булыуын, яҡты матур тормошта йәшәүебеҙҙе теләне. Һуғыш йылдарында бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ башынан кисергән хөрмәтле ветераныбыҙ ҙур хөрмәткә, оло ихтирамға лайыҡ.

Әҡлимә ИМАМОВА.       

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей