Телятница и доярка Бадретдинова Шагида

Бәҙретдинова Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы 1931 йылдың 14 декабрендә Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылында доньяға килә.Уның бала сағы әсе һуғыш йылдарына тура килә.Илебеҙҙә барған ҡаты һуғыш ҡаҙаларын еңеләйтеү, Еңеүҙе тиҙерәҡ яҡынайтыу өсөн тыл балалары ололар менән бер рәттән илебеҙ ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләй. Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы  4 класста уҡыған ваҡытында уҡ баҫыу утарға, көҙөн борсаҡ, етен йолҡорға, урманға барып уҫаҡ япрағын бәйләргә йөрөнөк тип һөйләй.

Гөлминаҙ апай Әхмәтова сәсеүҙә трактор йөрөтә, ә беҙ прицепкала йөрөйбеҙ. Кисен ҡараңгы төшкәс фонарь яҡтыртып трактор алдынан бара торғайныҡ, - ти. Улар иңенә төшҡән ауырлыҡтар һанап бөтөрөрлөҡ түгел…   Аҙаҡтан Мәсәгүт совхозында быҙауҙар ҡарай, һыйыр һауыусы булып та эшләй. Шәһиҙә әбейҙең маҡтау наградалары, миҙалдары бик ҡүп.  Тормош иптәше Вәис бабай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Шәһиҙә Хәйретдин ҡыҙы иҙге күңелле, яғымлы һәм мөләйем. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул донья хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, гәзит – журналдар уҡый, туғандары, күршеләре менән аралашып  йәшәй. Ул әлеге ваҡытта һөйөклө әсәй, оләсәй, ҡарт өләсәй, уға бәхетле ҡартлыҡ, таҙа – һау, оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей