Теләгең булып, ҡулың белһә, ауылда ла гөрләтеп йәшәргә була

Yҙ тормошон ауылда ҡорған йәштәр һәp саҡ һоҡланыу ҡатыш өмөт уята. Гөрләтеп донъяһын да көткән, балалар ҙа үҫтергән, йәмәғәт тормошоноң да уpтаhында ҡайнап йәшәгән йәштәргә ҡарап нисек һоҡланмайһың да, нисек ҡыуанмайһың?! Ауылды, ауыл тормошон үҙ итеүҙәре милләтебеҙ ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, йолаларын һаҡлап торған ауылдарыбыҙ бөтмәүенә өмөт уята, әлбиттә. Һүҙебеҙ шундайҙарҙың беpеhе - Юлдыбай ауылында йәшәгән Абдуллиндар ғаиләhе хаҡында.

Мәктәптә ир-егет уҡытыусылар юҡ һанында хәҙер. Мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлағанда егеттәрҙең күпселеге уҡытыусы булыуҙы ҡатын-ҡыҙҙар эше тип иҫәпләй. Бик һирәктәре генә ғүмерен ошо мәртәбәле һәм хөрмәтле һөнәр менән бәйләргә йөрьәт итә. Ә бына Юлдыбай урта мәктәбендә педагог ир- егеттәр күп кенә. Шуларҙың береһе - мәҡәләм геройы Ғәле Мәхмүтйән улы Абдуллин. Тормош иптәше Зилә Рәфҡәт ҡызы ла ғүмерен балалар уҡытыу менән бәйләгән. Ул - башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә Ғәле Мәхмүтйән улы технология һәм географиянан белем бирә.

- Тәүге белемем буйынса мин зоотехникмын. Бик теләп аграр университетҡа уҡырға барғанымды иҫләйем. Диплом алғас, Баймаҡ районында һөнәрем буйынса эшләй башланым. Шул йылдарҙа тыуған ауылыма ялға ҡайтҡанда буласаҡ тормош иптәшем Зиләне осраттым. Ауылға ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙы дискотекала күреп, шунда уҡ оҡшаттым. Шунан алып өс йыл осрашып йөрөгәс, өйләнештек. Кәләшемде үҙем эшләп йөрөгән Ҡуянтау ауылына алып киттем. Унда 6 йыл торғас, Юлдыбайға ҡайтырға булдыҡ. Был, беренсе сиратта, әлбиттә, ауыл хужалығы тарҡалыу менән бәйле булды, - тип һөйләй Ғәле.

Юлдыбай ауылына ҡайтҡас, ауыл мәктәбендә умартасылыҡ буйынса дәрестәрҙе уҡытырға саҡыралар ғаилә башлығын. Кәләшенә лә шунда уҡ эш табыла. Мәктәптең ҙур умарталығында бал ҡорттарын ҡарау менән бер рәттән балаларҙы ҡортсолоҡ һөнәренең нескәлектәренә өйрәтә йәш уҡытыусы. Ә инде заманалар үҙгәреп, умартасылыҡ дәрестәре ҡыҫҡартылғас, хеҙмәт дәрестәрен ышанып тапшыралар Ғәле Мәхмүтйән улына. Шул йылдарҙа мәктәп тормошон үҙ итеп өлгөргән уҡытыусы юғары уҡыу йортона ситтән тороп уҡырға керә һәм географҡа уҡып сыға.

- Юлдыбайға ҡайтыу менән ер алдыҡ, бура күтәреп ултырттыҡ. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы буйынса ярҙам алыуға сиратҡа тороп, йорт төҙөү өсөн аҡсалата ярҙам алғас, бөтөнләй дәртләнеп тотондоҡ был эшкә. Дәүләт ярҙамы менән иркен йорт һалып сыҡтыҡ шулай, - ти ғаилә башлығы.

Былай ҙа матур донъяларын йәмләп, бер-бер артлы ике ул һәм бер ҡыҙ тыуа Абдуллиндар ғаиләһендә. Хәҙер инде Шайморат улдары 9-сы класты тамамлаған. Атаһының ҙур хужалығында төп ярҙамсы ул бөгөн. Уртансы ҡыҙҙары Наҙгөл һигеҙҙе тамамлаһа, бәләкәстәре Мораҙым быйыл беренсе класҡа барырға йыйына.

Әйткәндәй, Абдуллиндар бынан алты йыл тирәһе элек крәҫтиән (фермер) хужалығы аса. Байтаҡ йылдар малсылыҡ тармағында эшләгән хужа бөтә булған белемен ҡулланып, беҙҙең зонаға ярашлы симменталь тоҡомло мал алыу ниәтен тормошҡа ашырырға була. Уны үрсетеү хыялы менән янып йөрөгән йәштәр Ауырғазы районының "Дружба" ауыл хужалығы кооперативынан барып мал алып ҡайта. Был йәһәттән дә Абдуллиндарға бәхет йылмая. Ниәттәрен хуплап, хөкүмәт улар юллаған грантты тапшыра. Был аҡсаға үҙҙәренән дә ҡушып, трактор һәм бесән преслағыс алыуға өлгәшәләр. Шулай итеп, Абдуллиндар шаулатып донъя көтә башлай. Алған биш баштан үрсегән мал хәҙер егермегә еткән.

- Орғасы малды үрсетеүгә ҡалдырабыҙ, үгеҙҙәрҙе тотонабыҙ. Был тоҡом малының шуныһы яҡшы, улар һөтлө лә, итле лә тоҡом һанала, - тип өҫтәй Ғәле Мәхмүтйән улы.

Әлеге көндә йорт хужабикәһе Зилә биш һыйыр һауа. Уның ағын һөтләтә генә түгел, май-ҡаймаҡ итеп тә һатыуға сығаралар. Хәҙер ауылда ла күптәр мал тотоп бармағанға, һыйыр ағын алырға теләүселәр күп икән.

- Ҡыҙыу бесән мәле етһә, ауырыраҡ, әммә быға ла бирешмәйбеҙ. Эргәмдә тоғро ярҙамсыларым һәм яҡшы техникам булғанға, был эште лә "һә" тигәнсә атҡарып ҡуябыҙ. Быйыл бесән насар үҫкәнгә генә әҙерәк кәйеф ҡырылып тора, шулай ҙа мал аҙығын ҡышҡа етерлек итеп әҙерләрбеҙ тигән өмөттәбеҙ, - ти КФХ башлығы Ғәле Абдуллин.

Абдуллиндар ғаиләһендә бер кем дә эшһеҙ ултырмай. Бәләкәй Абдуллиндарҙы ла хеҙмәт менән тәрбиәләйҙәр бында. Ҡура тулы малды ла, бал ҡорттарын да бөтә ғаилә менән бергә-бергә ҡарай улар. Ғаилә башлығы әйтмешләй: "Эштең еңеле булмай. Ҡалала ғына еңелдер инде, бөтәһе лә әҙер, ә беҙҙә, йәшәйем тиһәң, эшләргә кәрәк". Алтын һүҙҙәр, ә бит тир түгеп тапҡан ризыҡ татлыраҡ та була.

Тағы ла уларҙы музыкаль ғаилә тип тә атап була. Атайҙары ҡурайҙа уйнай, уның был һәләте улдарына ла күскән. Ҡыҙҙары Наҙгөл менән әсәйҙәре йырға әүәҫ. Бөтә ғаилә менән бейейҙәр ҙә. Күптән түгел генә Юлдыбайҙа уҙғарылған ғаиләләр конкурсында уларҙың таланттарға бай ғаиләһе беренсе урынды алыуға өлгәшкән. Районда үткән Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә лә, һабантуй байрамында ла ҡатнашҡандар.

Эшләй ҙә, ял да итә белә Абдуллиндар. Шундай замандаштарыбыҙ менән нисек һоҡланмайһың да, улар тураһында нисек гәзиткә яҙмайһың?! Ошондай өлгөлө ғаилә барын башҡалар ҙа белһен, уларҙан үрнәк алһын. Әммә, ҡарағыҙ уны, күҙ тейҙерә күрмәгеҙ!

 

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы-Йылайыр мәғлүмәт үҙәге

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей