ТЕХНИКАҢ ӘҘЕРМЕ?
20 марта 2020
Райондың ауыл хужалыҡтарында техника һәм тағылма агрегаттарҙың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген тикшерәләр
Был мөһим сара “Ашҡаҙар” кооперативынан башланды.
Был предприятиела техниканың күбеһе сит илдән килтерелгән, улар ҙа диагностикалауҙы, хеҙмәтләндереүҙе талап итә. Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Динис Иҫәкәев әйтеүенсә, Нордовка бүлексәһендәге 19 “тимер ат”тың 17-һе техник күҙәтеү үткән.
Тикшереү эштәре башҡа хужалыҡтарҙа дауам итәсәк.