Тәбиғәт үҙе форсат бирә

Быйылғы көҙ, әйтерһең, әлеге көндә ҡалала барған эштәрҙе тамамларға форсат бирә. Ленин исемендәге майҙан реконструкцияһы шуларҙың иң ҙуры булһа, юлдар ремонты ла быйыл муниципаль районда бығаса булмаған күләмдә башҡарыла.

Ишембай юл ремонт-төҙөлөшө идаралығы һәм башҡа подрядсы ойошмалар алдында быйыл ысындан да ҙур йөкләмәләр ҡуйылды. Районда, мәҫәлән, ошо һуңғы айҙа ғына бер нисә ауылда беренсегә асфальт түшәлгән урамдар барлыҡҡа килде. Әхмәрҙә Баҡса урамы, Ҡанаҡайҙа ферма урамы, Васильевкала – Үҙәк, Урман-Бишҡаҙаҡта Йәшел урам, Ҡолғонала Мәктәп урамы шулар рәтендә. Әле Һайранда Беренсе май урамына асфальт түшәүгә әҙерлек бара. Халыҡ көтөп алған үҙгәрештәр был.

- Урамыбыҙға асфальт түшәлеүенә бик һөйөндөк, ауылға заманса төҫ биргән, уңайлыҡтарҙы арттырған эш булды. Быйыл Зауыҡлы биләмәләр йылында ауыл зыяратын күмәк көс менән күркәм итеп кәртәләп алыуыбыҙҙы ла әйтке килә. Ауыл тормошонда ыңғай үҙгәрештәр күреү, әлбиттә, дөйөм кәйефтә сағыла, - ти Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Айгөл Яппарова. - Халыҡ бер-береһенән өлгө алып, дәртләнеп йәшәргә тырыша.

Бурансы ҡасабаһында йәшәүселәр ҙә үҙҙәрендә Гәрәев урамын асфальтлауҙы бер байрамдай ҡабул итте. Урамға өҫтәлдәр ҡуйып, юл төҙөүселәрҙе сәй менән һыйлап рәхмәт әйткән ихлас кешеләр йәшәй бында. Муниципаль район хакимиәте 2 километрға һуҙылған урамды асфальтлау өсөн саралар табыуға өлгәшә, иң күп мөрәжәғәттәр килгән проблемалы юлдарҙың береһе өсөн хәҙер оят түгел.

Территориаль заказ буйынса ҡалала шулай уҡ Крылов, Стахановсылар, Йәштәр, Исемһеҙ урам ремонтланды. Ә тотош илдә тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда яңы асфальт түшәлгән ун урамға ошо көндәрҙә Гагарин урамы ла өҫтәлде. Ленин проспектынан Пролетар урамына тиклем һуҙылған был юл өлөшөнә әле реконструкция барған Ленин исемендәге майҙанға һәм “Нефтсе” стадионына илткән юлдар ҙа тоташа. Майҙан реконструкцияһы проектын алып барыусы “Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты” белгестәренең береһе әйтеүенсә, Салауат ҡалаһы халҡы был йәһәттән ишембайҙарға аҡ көнләшеү менән ҡарай. Эштәр тамамланыуға күп ҡалманы. Райондың - 90, ҡаланың - 80 йыллыҡ оло юбилейҙары йылында Ишембайҙың күркәмләнеүен, яңы уңайлыҡтар тыуҙырылыуын күрергә яҙҙы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей