Тәбиғәт һәм беҙ

Томансы ауылында Исмәғилевтар ғаиләһе үҙҙәренең ихатаһында йөҙләгән йорт ҡуяны аҫрай. Аяз, Арыҫлан ейәндәренең шешҡолаҡтарҙы ашатыу, улар артынан йыйыштырыу – яратҡан шөғөлө. Ҡуяндар арпа, һоло, бойҙай, бесән, сөгөлдөр, кишер кеүек  йәшелсәне ярата. Бешкән картуф менән көрпә ҡатнашмаһын да илас ашайҙар. Кипкәк икмәк, ағас ботаҡтары – уларҙың яратҡан аҙығы. Бындай ризыҡтан йорт ҡуяндарының ауырлығы тәүлегенә 35-әр грамға арта, - ти Исмәғилевтар. Артабанда ҡуяндарҙың иҫәбен арттырырға уйлайҙар.

Әҡлимә Имамова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей