Татыулыҡ менән көслөләр

Буранғол ауылында йәшәүсе Хәҙисә Һәм Рәмил Хәмитовтар татыу, тырыш, бер-береһен хөрмәтләп йәшәгән парҙарҙан. Ғаилә башлығы Совет Армияһына хеҙмәткә барыр алдынан уҡ Мораҡ һөнәрселек училищеһында шоферлыҡҡа уҡып китә, ә хужабикә Иҫәнғол 1-се һанлы мәктәбен тамамлағандан һуң, өйҙә әсәһе һәм апаһы ауырыу сәбәпле, ете баланың иң кесеһе булараҡ, яҡындарын ҡарайым, тип,артабан уҡымай, колхозға һауынсы булып эшкә төшә.Алдынғы һауынсы Хәҙисә Ильясованы идаралыҡ Мәскәүгә, Болгарияға ял йортона путевка менән бүләкләй. 
Карл Маркс исемендәге күмәк хужалыҡта ең һыҙғанып шофер булып эшләп йөрөгән Рәмил күрше ауыл ҡыҙын бер күреүҙән оҡшатып. Йәштәр өс йыл дуҫлашып, бер-береһен һынап ҡарап йөрөп, 1986 йылдың матур йәйендә гөрләтеп туй үткәрә. Ир оҙаҡ йылдар механизатор, ҡатын һауынсы булып тырышып эшләй, күп Почет грамоталарына эйә була. 
Хәмитовтарҙың өс ҡыҙы ла уҡып,яҡшы һөнәрҙәр алып, тормошҡа сыҡҡан, йәйге ялда атай-әсәй йортона биш ейән-ейәнсәр менән ҡунаҡҡа киләләр. 
Хәҙерге ваҡытта Рәмил Шәһәрғәзе улы вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, Хәҙисә Ғилметдин ҡыҙы 89 йәшлек ҡайныһын ҡарай. Ипле һәм бөхтә хужабикә ҡул эштәренә оҫта, шәл бәйләй, аш-һыуға, бигерәк тә милли аштарҙы бешереүгә маһир.Хәмитовтар ғаиләһе ауылда мал-тыуарҙы күпләп аҫраған ғаиләләрҙән, баҡсаны, картуфты мул ултырталар. Ун ике йыл элек заманса йорт һалып сыҡҡандар, ишек алдында ике трактор, бер еңел машина ултыра- барыһы ла үҙ көстәре һөҙөмтәһе. 2018 й.

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей