Татыу, күркәм ғаиләләр – һәр ауылдың биҙәге

Түбәнге Төкөн ауылында йә­шәүсе Зәлиә һәм Фәнил Бикҡу­жин­дар 60 йыл матур һәм татыу ғүмер кисерә. Оҙаҡ йылдар дауамында бер-береһенә булған их­тирам хистәрен һаҡ­лап, тор­мош юлын ҡыл­ған ғәмәлдәре, эштәре менән матур итеүсе пар биш бала тәр­биәләп үҫтерә. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙ тормоштары менән йәшәй, ата-әсә­лә­ренә ейән-ейән­сәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр бүләк ит­кәндәр. Зәлиә Низаметдин ҡыҙы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, колхозда ла хеҙмәт итә, Фәнил ағай иһә  комбайнсы, трак­торсы, тимерсе була. Бөгөн дә улар әүҙем тормош рәүешен алып баралар. Фә­нил  Хәмиҙулла улы мәсеткә йөрөй, дини мәжлестәрҙә Ҡөрьән аят­тарын уҡый, Зәлиә апай ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Ул үҙе яһаған түшел­дерек­тәр, ҡаш­мау­ҙар, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр менән төрлө күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша. 
Күптән түгел Бикҡужиндар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын бил­дәләне. Был матур ғаилә байрамы уңайынан уларҙы Ҡа­мышлы ауыл Советы хакимиәте баш­лығы Илгиз Бикҡужин килеп ҡотланы. Илгиз Вәкил улы ветерандарға бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләп, Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау открыткаһын һәм бүләк тапшырҙы. Оло йәштәгеләргә күп тә кәрәк түгел – кү­ңелдәре булһын өсөн ихтирам һәм иғтибар ҙа етә. Матур тормош һәм хеҙмәт юлын үткән уҙамандар быға лайык.

Ғәлиә ӘСЛӘМОВА. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей