Татыу ғаилә - ил ҡото

Алһыу Ҡотлоюлова һәм Раил Смаҡов - Әбет ауылының күп балалы ғаиләләренең береһе. Йәштәрҙең хеҙмәт юлы “Нурлы” фермер хужалығында башланған.

12 йыл элек нигеҙ һалынған ғаиләлә 5 бала тәрбиәләнә. Иң олоһона 11 йәш, ә бәләкәсе 3 айлыҡ. Атай менән әсәйҙең байлығы - Рәйлә, Рузилә, Гөлнәзирә, Рәсүл һәм Наҙгөл.

Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән еңел түгелдер, әммә уларҙың бергәләп яҙышыуы, китап уҡыуын үҙ күҙҙәрем менән күргәс, хайран ҡалдым. Хас та балалар баҡсаһындағы төркөм һымаҡ. Тәрбиәсе урынында, әлбиттә, дүрт туғанына апай Рәйлә, ул 3-сө класта уҡый. Апаһы уҡығанды Рүзилә дауам итә, уға Гөлнәзирә лә йәше бәләкәй булыуға ҡарамай, ятлап алған мажаралы әкиәтте артабан һөйләй. 2 йәшлек Рәсүл менән бәләкәй Наҙгөл әлегә тамашасы ролендә генә.

Йәштәргә иркен йортто “Нурлы” хужалығы үҙ иҫәбенә бушлай төҙөгән. Был тарафта ҡасандыр социализм осоронда тороп ҡалған ошондай ысул һаҡланған. Хеҙмәтсәндәренә бына ошондай изгелек эшләгән етәксе тағы ҡайҙа бар!?

Халыҡты социаль яҡлау үҙәге, ауыл хакимиәте, “Нурлы” хужалығы  тарафынан ярҙам күрһәтеүе тураһында күп балалы әсәй ғорурлыҡ менән һөйләне.

Ғаилә мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡсала үҫтергән йәшелсәне лә сәскәндән алып, йыйып алғанға тиклем бергә эшкәртә, тәрбиәләйҙәр, кескәйҙәрҙең эшкә өйрәнеп үҫеүендә лә мөһим алым был. “Балалар баҡсаһы булһа, йәш әсәйҙәр рәхмәтле булыр ине”, - тигән теләген еткерҙе беҙгә хушлашҡанда хужабикә. “Арыйһыңмы, Алһыу, күптәр бит?”, - тигән һорауҙы бирмәй ҡалдыра алманым. Уның бәхетле йылмайып ысын күңелдән: ”Бишәү генәләр бит, арымайым”,- тигәне әсә йөрәгенең бәләкәстәренә булған һөйөүҙән көс алыуына ишара булғандай тойолдо.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Һүрәттә: Биш балалы ғаилә бергә йыйылғанда.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей