Таштимерҙәр сәләмәт тормош яҡлы

Төп маҡсаты — ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәьҫиренән һаҡлау булған «Айыҡ ауыл — 2020» республика бәйгеһенең муниципаль этабы старт алды. Уҙған йыл район кимәлендә ойошторолған «Сәләмәт ауыл» конкурсында «Cәләмәт тормошто пропагандалауҙа һәм йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эш» номинацияһында еңеү яулаған таштимерҙәр ҙә ошо бәйгегә ҡушылырға йөрьәт иттеләр.

— «Сәләмәт ауыл» бәйгеһе сиктәрендә һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән сараларҙы күп үткәрҙек. Был сара ауыл халҡын берләштерҙе, дәртләндерҙе, шуға ла быйыл «Айыҡ ауыл — 2020» конкурсында көсөбөҙҙө һынап ҡарарға булдыҡ һәм унда еңеп сығыу өсөн тырышасаҡбыҙ, — ти ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Венера Ғәбитова. — Бөтә эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, ветерандар ойошмалары, ауыл китапханаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл Советы депутаты, ауыл старостаһы менән һөйләшеп, килешеп башҡарабыҙ. Һәр сараны әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ағинәйҙәр Әҡлимә һәм Сәриә Хызыровалар, Зифа Юлдашева, Зәйтүнә Хөсәйенова, Зөһрә Ғәниева һәм Зифа Сабитоваларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Йәштәрҙән Земфира Хәсәнова, Заһир һәм Динар Хызыровтар, Сәлмән Вәлиев һәм башҡалар әүҙем ярҙам итәләр.
Әле «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә ойоштороу комитетының төҙөлгән эш планына ярашлы бик күп эштәр башҡарырға өлгөргән таштимерҙәр һәм улар барыһы ла «Бәйләнештә» селтәрендә булдырылған «Таштимер Айыҡ ауыл-2020» төркөмөндә сағылыш таба.
Таштимерҙәр элек-электән халҡыбыҙҙың милли йолаларына, телгә, мәҙәниәткә һаҡсыл ҡарашта булыуы менән һоҡландыра, эшсән халҡы менән дан тота. Араларында үҙ эшенең оҫтаһы булған, тырыш, егәрле ир-егеттәр байтаҡ. Шуларҙың береһе, алдынғы механизатор, «Уңыш-2019» республика конкурсы еңеүсеһе Хәйҙәр Хызыровты ауыл активы көҙгө уңыш йыйыу барған баҫыуҙа тәбрикләгән: ялан батырҙарына концерт номерҙары күрһәтеп, эш урынында ял минуттары ойошторғандар.
Таштимер ауылы уңған ғаиләләргә лә бик бай. «Эш юҡ, аҡса юҡ!» — тип тормайҙар, ең һыҙғанып, үҙ шөғөлдәрен табып, тырышып-тырмашып, донъя көтәләр. Ошондай шәп ғаиләләрҙе билдәләү маҡсатында булдырылған «Ауылым уңғандары» проекты сиктәрендә эшсән ауылдаштарының шөғөлөн күрһәткән фотолар төркөмдә ҡуйылып бара. Яңы башлап матур итеп донъя көткән йәштәргә лә ҙур иғтибар бирелә.
«Сәскәләр — тормош биҙәге» конкурсы талаптарына ярашлы төркөмдәге яҙмаларҙан баҡсаларында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтергән уңған хужабикәләр менән танышыу мөмкинлеге бар. Тиҙҙән буласаҡ Уңыш байрамында һәр кем өйө алдында үҙе үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктән, уларҙан әҙерләнгән ҡайнатма-салаттарҙан күргәҙмә ҡуйыуы күҙаллана.
Уҡыу йылы башланыр алдынан китапхана менән берлектә «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы ойошторолған. Битараф булмаған изге күңелле кешеләр килтергән уҡыу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға тапшырылған.
Ауылдаштары Зөлфиә Мөхөтдинованың сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр араһында үткән спорт туризмы буйынса төбәк-ара ярышта үҙ төркөмөндә беренсе урын яулауы өсөн бик шат таштимерҙәр.
Зөлфиә Алһыу Мөлөкова менән физкультурниктар көнөнә арнап уҙғарылған район волейбол ярышында ла ҡатнашҡан.
Китапханала уның мөдире Зөһрә Дәминдарова айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалаған «Беҙ айыҡ тормош яҡлы» исемле махсус мөйөш булдырған.
Уҡыу йылы башланыу менән клубта «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» кинопроекттар циклын дауам итәләр, үҙҙәрендә диапроектор, экран бар.
Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер төркөм скандинавса йөрөүҙе үҙ иткән. Велосипедта йөрөргә яратҡандар ошо көндәрҙә уҙған веломарафонда ҡатнашты. Спортҡа һөйөү уятыу тәңгәлендә тағы ла волейбол уйыны, «Көҙгө кросс» үткәреү, уҡ атыуҙа көс һынау ҙа планда бар. Спорт сараларын ойоштороуҙа ауылдаштары Әбйәлилдә йәшәгән Сәлим Дәминдаров менән Камил Шәрәфетдиновтарҙың даими ярҙамын тоялар.
Милли кейемдәр көнөнә ҡарата Линиза Ғилманова менән Рәйсә Ғәбитова боронғо ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге тегеү һәм һаҡал эшләү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрә.
Таштимер ҡатын-ҡыҙҙары был эштә оҫта булараҡ дан алған Гөлшат Кәримованан тәмле буҙа ҡойорға ла өйрәнгән.
Ауыл старостаһы Дамир Ҡужабаев футболкаларға «Таштимер — айыҡ ауыл» тип яҙҙыртыуҙы, баннер эшләтеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ауылда үткән һәр сараға бағымсы булған Фәрит Ғәйнуллин иһә үҙенең материалдары менән обелискыны йүнәткән, ауыл малын көткәндәргә будка эшләткән.
Эскән ғаиләләрҙе асыҡлау, уларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың йәшәйешен даими контролдә тотоу, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткәндәрҙең насар эшен туҡтатыу маҡсатында ауылдың активы даими рейдтарға ла сыға. Эскән ғаиләләрҙе айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө сараларға, йәмәғәт эштәренә йәлеп итергә тырышалар.
Ошо көндәрҙә Елена һәм Ильяс Нөғәмәновтар матурлыҡ салоны асыласаҡ бинала халыҡты йыйып аят уҡыттылар. «Лия» салоны таштимерҙәр өсөн генә түгел, күрше-тирәләге ауылдарҙа бөҙрәханалар булмағанлыҡтан, улар халҡы өсөн дә оло ҡыуаныс.
Ә уҙған йомала таштимерҙәр ҡорбан ашына йыйылды.
— Һуңғы осорҙа ауылда мәйет күп, йәштәрҙең яҡты донъяларҙан иртә китеүе борсой. Бар халыҡҡа именлек, сәләмәтлек теләп, ауыл Советы депутаты Илүзә апай һәм уның тормош иптәше Фәрит ағай Ғәйнуллиндар ҡорбан салдылар, — тип аныҡлыҡ индерә Венера Миҙхәт ҡыҙы. — Күптән түгел Хәйбулла ағай Хәйруллин салған ҡорбандан ауыҙ иткәйнек.
Моһаҡ йылғаһы буйында ҡоролған тирмәлә саҡырылған ҡунаҡтар урын алғас, ауылдың имамы Нәзир Сабитов вәғәз һөйләне, Ҡөръәндән сүрә-аяттар уҡыны.
Таштимерҙең уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән бишбармаҡ ашап, тәм-томдар менән сәй эсеп алғас, «Килен төшөрөү» йолаһы күрһәтелде.
Изге саранан халыҡ һау балалар тыуһын, ишле ғаиләләр күбәйһен, кешеләр сәләмәт тормош алып барһын тигән теләктә таралыштылар.
Киләсәктә таштимерҙәр үҙ көстәре менән ауыл мәҙәниәт йортон яңыртыу, спорт, балалар, хоккей майҙансыҡтарын булдырыу кеүек эштәр менән яна.

 
Рамиля Истанбаева, "Оскон" газетаһы
Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей