ТАРИХТЫҢ ТЕРЕ ШАҺИТЫ

- Ун ике балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫтем. Алтауыбыҙ һуғышҡа киттек, икәүебеҙгә генә әйләнеп ҡайтырға насип булды. 1938 йылда армия сафына алындым. Унда механик-водитель бел геслеге алдым. Хеҙмәтемде тултырып, ҡайтырға торғанда һуғыш сыҡты. Алыҫ Көнсығышта 107-се артиллерия полкында хеҙмәт итергә тура килде, - тип иҫкә алды ул йылдарҙы Сабирйән Зиннәтулла улы.
Яу яландарындағы ҡаты алыштарҙың бере һендә контузия ала. Госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң, пехота составында һуғыштың иң ҡыҙған ере - Смоленск өлкәһенә ебәрелә. Ауыр алышта ул ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң Горький ҡалаһына М4-а2 инглиз танктарын үҙләштерергә өйрәнергә китә. Һуңынан тағы һуғышҡа эләгә. Артабан Украинала, Чехословакияла, Карпат тауҙарында хәрби техникаһында батырлыҡтар күрһәтә.  Австрия сигендәге бер алышта тағы яралана. Был юлы уға Будапешт госпиталендә операция яһайҙар. Еңеү тураһында хәбәрҙе ул госпиталдән полкка ҡайтҡас ишетә. Тик тыуған яғына ҡайта алмай: Румынияла эске эштәр ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә һәм немецтарҙың хәрби әсирҙәрен һаҡлай. 1946 йылда ғына Тыуған илгә отличник старшина званиеһында әйләнеп ҡайта. Фронт юлындағы күрһәткән батыр лыҡ тары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда ауылдашы Садиҡа Йөҙлөкбай ҡыҙы менән тормош ҡоралар һәм дүрт балаға ғүмер бирәләр. Улар иһә ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүлә-бүләсәрҙәр бүләк итәләр. Әсфәндийәровтар матур тормош юлы үтә. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, әбейе ун бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күсә. 102 йәшлек ветеран бабай әле ҡыҙы Гүзәл һәм кейәүе Риф тәрбиәһендә йәшәй.
Сабирйән бабай тыныс тормошта “Победа” колхозында тәүҙә келәт мөдире, һуңынан малсылыҡта фуражер булып 70 йәшкә тиклем эшләй. Ғүмер буйы халыҡҡа хеҙмәт итеп, кешеләргә изгелек ҡылып йәшәй ул.
Аяҙ таңдарыбыҙ өсөн дәһшәтле йыл дарҙың тере легендаһы Сабирйән Әс фәндийәров алдында баштарыбыҙҙы эйәбеҙ. Уларҙың батырлыҡтары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге буласаҡ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей