Танк яланы

Салауат ауылында тыуып-үҫкән, Ҡужанда ғүмер кисергән Рәхимә инәй Мостаҡова менән әсәйем Йәмилә Хамматова — класташтар. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың көҙөндә уларға 10 йәш тула. Салауаттағы ете йыллыҡ мәктәптә бергә уҡыйҙар.  Ваҡыты еткәс, хатта ижәптәре лә бер көндө була.

Оҙон дүрт йылға һуҙылған аяуһыҙ һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын улар үҙ күҙҙәре менән күргән, йөрәктәре аша үткәргән. Шул осорҙағы ауыл хәлдәрен һөйләүҙәрен үтенһәң, һис инәлтмәй, кисә генә булғандай итеп бәйән итә класташтар.

— Кис булып, әсәйҙәр, эштән ҡайтып күренеү менән, беҙ, бер төркөм ҡыҙҙар, еләк һатырға Магнитҡа ҡарай юлға сығабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр еләкле биҙрәләрен ҡулына тотҡан, ҡайһыларыбыҙ көйәнтәгә элеп, яурынына һалған. Таң атыуға йәйәүләп, 30 саҡрымда ятҡан ҡалаға барып етәбеҙ. Еләгебеҙҙе шул тиклем ала торғайны мәрйәләр. Үҙҙәре беҙҙе маҡтап-маҡтап китәләр. Һатып бөткәс, тағы йәйәү ҡайтырға сығабыҙ, — тип һөйләй Рәхимә инәй.

Еләк һатам тип төнөн, йәйәү китеп барған 12-13 йәшлек ҡыҙҙар өсөн миңә ҡурҡыныс булып китә.

— Һеҙҙең менән әсәйегеҙ йә башҡа олораҡ ҡатын булғандыр ул, — тип әйтеп ҡуям ахырҙа.

— Ҡайҙан ғына. Улар көнө-төнө эштә, нурмы тултыра (ололар һөйләгәнсә яҙырға тырыштым – авт.), — тип яуаплайҙар.

— Нисек ҡурҡмай йөрөй торғайнығыҙ һуң төнөн, етмәһә, йәйәүләп?

— Ҡурҡыуҙы уйламай ҙа торғайныҡ. Юлыбыҙҙа былай яман уйлы әҙәмдәр осраманы бер ҡасан да, — тиҙәр һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән ҡыҙҙар.

— Шулай көйәнтәләп еләк, һөт һатып йөрөйбөҙ. Йыйылған аҡсабыҙға бары икмәк кенә һатып алабыҙ. Икмәк шул тиклем ҡиммәт булды. Йөктәнешеп ҡайтып килгән апайҙарҙы күргәс, беҙҙе дүрт күҙ менән өйҙә көтөп улытрған бәләкәс туғандарыбыҙҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ!!!

—Таштимер тирәһендә беҙгә йыш ҡына нимес әсирҙәре тап була торғайны. Уларҙы уңдан да, һулдан да мылтыҡлы конвой оҙатып бара. Ниместәрҙең нәҙек, оҙон булыуҙары әле лә күҙ алдымда тора. Аяҡтарындағы ағас табанлы ҡаталары ҡаҡ юлда таҡ-тоҡ килә, буш котелоктары шалтырай. Беҙгә, оҙон ҡара сәсле башҡорт ҡыҙҙарына, күп-күк күҙҙәре менән текләп ҡарай торғайнылар. Былар ниндәй халыҡтан икән тип тексәйгәндәрҙер инде, — тип хәтерләй ул ваҡыттарҙы әсәйем. — Ауылымдан төнъяҡтараҡ, Ҡырҡтыға яҡын, арғы Уһаҡҡош, бирге Уһаҡҡош тигән ике һаҙ бар. Һуғыш йылдарында шул һаҙҙар эргәһендәге ерҙәрҙе һөрөп, иген сәстеләр. Фронтҡа икмәк бик кәрәк бит. Уҡыуҙар бөткәс, өлкәнерәк класта уҡыусыларҙы ололар менән бер рәттән иген баҫыуындағы ҡый үләндәрен утарға алып йөрөнөләр. Һәр кемгә ал бүлеп бирелә. Шуны утап бөтмәй тороп, бер ергә ҡыбырҙар әмәл юҡ. Асығабыҙ, килеп тороп ҡояш ҡыҙҙыра. Яҡындағы шишмәнән йүгереп кенә барып һыу эсергә лә форсат юҡ. Бригадир ҙа килә һалып етә, нисек утағаныбыҙҙы тикшерә. Бер бөртөк ҡый үләнен күрһә, шелтәләй, оло ғауға ҡуптара.

- Тикшереү генә тиһең. Иген араһынан йолҡоп алған аҡтамыр, әпсөк, ҡарағура кеүек ҡый үләндәрен дә ташлап китергә ҡушманылар. Берәй һауытҡа йәки итәгебеҙгә йыйып барабыҙ ҙа күрһәтелгән урынға сығарып түгәбеҙ. Кипкән ҡый үләндәрен колхоз малына тип тейәп алып китә торғайнылар, - быларын инде әсәйем һөйләй.

— 1943-44 йылдар тирәһе булғандыр. Беҙ эшләп йөрөгән ерҙән алыҫ түгел ҙур танк хасил булды. Уны кемдәр, ҡайҙан алып килгән, күрмәй ҡалдыҡ. Нимес танкыһы тинеләр. Ныҡ ҡурҡтыҡ. Эргәһенә яҡын барыу түгел, танк ултырған яҡҡа боролоп та ҡарамаҫҡа тырыштыҡ. Анау оҙон көбәгенән бына-бына атып ебәрер кеүек тойола ине. Бүлеп бирелгән алды йәһәтләп утатып бөтөрҙөләр һәм ҡабат был яҡҡа аяҡ та баҫмаҫҡа ҡуштылар, — тип дауам итә Рәхимә инәй.

Ауыр һуғыш барған яу ҡырҙарынан меңдәрсә километр алыҫлыҡта ятҡан башҡорт ауылына нисек килеп эләккән һуң немец танкыһы?! Ҡасандан бирле тынғы бирмәгән ошо һорауыма анығыраҡ яуап ишетеү ниәте менән Салауат ауылының аҡһаҡалы Мөждәбә ағай Сәйфетдиновҡа мөрәжәғәт иттем:

— Нисек килде, ағай, Салауат ауылына немец танкыһы, үҙе йөрөпмө?

— Юҡ, үҙе йөрөп килмәне ул. «Тигр»ҙы беҙҙең совет танкыһы һөйрәтеп алып килде. Ҡаты дырылдап, саң борҡотоп килгән танктар ауылды үтеп, Ҡырҡты тауы яғына йүнәлде. Нимес танкыһын ауылдан алыҫ булмаған бер ерҙә ултыртып ҡуйҙылар. Ауыл аша көн һайын ҡораллы һалдаттар, нимес әсирҙәре үтеп торҙо. Ниместәрҙе Салауат ауылында фатирға һалған саҡтары ла булды. Өйөнә ҡарап, кемгә берәү, кемгә икәү-өсәүҙе, — тип башлап ебәрҙе ағай.

Ауырып тороуына ҡарамаҫтан, аҡһаҡал Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихты, эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп бирҙе. Мин ара-тирә һорауҙар ҡыҫтырып, уны иғтибар менән тыңлайым.

      — Нимес танкыһын сәп итеп файҙаланғандар. Йөрөмәһә лә, атып ултырған, - тип бәйән итә әңгәмәсем. — Һуғыш уйындары туҡтатылғас, әсирҙәрҙән ағас ҡырҡтырып,  таш сығартып һәм башҡа эштәрҙә алып йөрөнөләр.

   —Яралы иптәштәрен носилка менән алып ҡайтып барғандарын күрһәк, йәлләп ҡала торғайныҡ. Улар ҙа кеше бит, нимес булһалар ҙа, — тип һүҙ ҡыҫтыра Рәхимә инәй.

    — Бер мәл улар күренмәй башланы. Ниместәрҙе Үҙәнбаш яғына алып киткәндәр тип һөйләнеләр, — тип дауам итә Мөждәбә ағай. —  Ә ҡанлы һуғыш иҫтәлеге булған нимес танкыһы Ҡырҡты аҫтында ҡалды.

   — Шул яҡта балдырған, йыуа, ҡымыҙлыҡ күп булды. Беҙ, эреле-ваҡлы балалар йыйылып алабыҙ ҙа китәбеҙ танк янына йыуаға. Танһыҡ ҡанғансы ашайбыҙ, шунан ҡымыҙлыҡ-йыуаны йыйып-йыйып, яулыҡҡа төрөп алабыҙ. Артабан тотонабыҙ танк янында уйнарға, хәҙер инде ҡурҡмайбыҙ ҙа. Баҫтырышабыҙ, гөргөлдәк уйнайбыҙ. Танктың өҫтөнә үк менеп һикереп төшәбеҙ, көбәге буйлап шыуыша батырыраҡ малайҙар. Беҙҙекеләр, ниместәр булып уйнайыҡ тиһәк берәүҙең дә нимес булғыһы килмәҫ ине, —   Рәхимә инәйҙең тыныс, яғымлы тауыш менән һөйләгәндәрен тыңлап мин шул осор балаларын күҙ алыдам баҫтырам. Өҫтөндәге кейемдә эш юҡ, тамағы туйһа, шул еткән. бала барыбер бала булып ҡала.

— Мин ул танкты бер тапҡыр ғына күрҙем. Салауат мәктәбендә уҡығанда уҡытыусыбыҙ танк эргәһенә экскурсияға алып барғайны, — тип хәтерләй әсәйем.

— Ул танктың моторының майы күп була икән. Уны колхоздың кәрәк-ярағына алып бөттөләр. 1953 йыл инеме икән Тигрҙы Магниттан килеп, «скрап»ҡа алып киттеләр, — тип тамамланы һүҙен күпте күргән уҙаман.

Шул замандарҙан алып был урын «Танк яланы» тип йөрөтөлә. Һуғыш йылдарында ул ерҙәрҙе һөрөп иген сәсһәләр, хәҙер көтөүлек булып хеҙмәт итә.

Унынсы тиҫтәне ваҡлаған Мөждәбә Ситдиҡ улы Сәйфетдинов ғүмерен ауыл хужалығына арнай. Тракторсы, комбайнсы була. Ҡужан һарыҡсылыҡ комплексы төҙөлгәс, чабан булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле балалары менән йәшәй. Күп йылдар элек булған хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй тасуирлап һөйләүсе хеҙмәт ветерандары: Герой-әсә Рәхимә Мостаҡоваға, 7 бала әсәһе Йәмилә Хамматоваға һәм ауылының хөрмәтле уҙаманы Мөждәбә ағай Сәйфетдиновҡа сикһеҙ рәхмәт белдерәм.

Фәрзәнә ХАММАТОВА,

Ишкилде ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей