Тағы берәү ҡалды

Ошо көндəрҙə Яҡшымбəт ауыл советына ҡараған 11 ауылда халыҡ йыйылыштары үтте. Урта Бабалар ауылында ла килəһе дүшəмбе бындай осрашыуҙы үткəрергə планлаштыралар. Һəр ауылда ла Яҡшымбəт ауыл советы хакимиəте башлығы Юнир Сынбулатов көнүҙəк темалар хаҡында ентекле һөйлəне, халыҡ һорауҙарына яуаптар бирҙе. Бөтөн халыҡты борсоған сүп-сар сығарыу мəсьəлəһе һəр ауылда ла күтəрелде. Халыҡ барыһын да аңлап ҡабул итте. - Беҙҙең ауыл советына 12 ауыл ҡарай, ə əлегə ни бары 5 кенə контейнер бирҙелəр. Уларҙың өсəүһен Яҡшымбəткə һəм ҡалған берешəрен Түбəнге Бабалар менəн Көйөргəҙе ауылдарына ҡуйҙыҡ. Башҡа ауылдарға ҡуйыласаҡ урындарын билдəлəнек. Контейнерһыҙ ауылдарҙағы халыҡ сүп-сарҙарын йыйып əлегə ҡураларында тотоп машина килгəндə сығарып һаласаҡтар, тип һөйлəштек, - тине Юнир Ирек улы. Шулай уҡ һəр ерҙə гөрлəп барған өмəлəр хаҡында ла һүҙ булды. Барыһы ла ауылдарын тəртипкə килтерергə һəм ағастар ултыртыуҙа əүҙем ҡатнашырға телəк белдерҙе. Сүп-сар яғыу ҡəтғи тыйылыуы хаҡында иҫкəрттелəр. Малдарҙы көтөүгə сығарыу ҙа көнүҙəк мəсьəлəнең береһе ине. Ҡайһы бер ауылдарҙа сиратлап көтөргə, ə ҡайҙалыр көтөүсе ялларға һөйлəштелəр. Ҡарауһыҙ йөрөгəн малдар, берəҙəк эттəр өсөн административ яза буласағы əйтелде. Юл соҡорҙарын ямау, араҡы һатыусыларға штраф һалынасағы, көндəр йылынып һыу ингəндə һаҡ булыу ҡағиҙəлəре лə иҫкəртелде халыҡ менəн осрашыуҙа. Яҡупта үткəн сходта Ҡорбанғəли Сөлəймəнов үҙ телəге менəн староста булыуҙан баш тартты. Уның урынына Яҡуп ауылы старостаһы итеп Əнүрбəк Искəндəров һайланды.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей