Табыш

Кемдең башына килгəн ниəттер: Балыҡсылар ярышын уҙғарыу. Балыҡ тотоу – һөнəр генə түгел, бəғзе кешенең булмышы, йəшəү рəүеше. Совет заманындағы кеүек, башың ҡайҙа һуҡты, шунда сыҡтың да киттең түгел хəҙер, замандар бүтəн, ҡармаҡ тотоп барып ултырыр ер аҙайҙы – капитализм, һəр быуаның үҙ хужаһы. Шулай ҙа балыҡ балыҡ инде, үҙенə тарта, ылыҡтыра, ҡармаҡһыҙ – донъя һанһыҙ тип йəшəп өйрəнгəндəр, нисек тə балыҡ тотоу юлын таба, быуа хужаһына аҡсаһын түлəргə лə əҙер. Был ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс шөғөл буйынса ярыш үткəрергə кəрəк тинелəр район хакимиəтендə, былтыр бындай сара Мəмбəтҡолда үткəйне, быйылғыһын Бахмут быуаһында үткəрергə ҡарар иттелəр – көҙҙөң матур мəлендə тəнде бер яҙып алһындар əле. Бахмут – күлдəр иле икəн, был ауылда ике генə быуа бар тиһəк, улар күберəк булып сыҡты. Рəхмəт, совет ата-бабаларына, төҙөгəндəр тек төҙөгəндəр. Хəҙер дəүлəттеке түгел улар. Хакимиəт Бахмуттың бер быуаһы хужаһы менəн - Игорь Владимиров – һөйлəшкəндəр ҙə (биреп тор бер көнгə быуаңды), балыҡсылар ярышын үткəрҙелəр. Хакимиəт, райондың һунарсылар һəм балыҡсылар ассоцияцияһы һəм беҙ. Беҙ тигəне – “Юшатыр” гəзите, əйҙəгеҙ, ойоштороусы булаһығыҙмы тип өндəшкəйнелəр, һайт тигəнгə тайт тип өйрəнелгəн, булабыҙ тинек. Тик бүлəк алып килегеҙ. Ярар. Бүлəк тигəндəн. Ярыш бүлəкһеҙ булмай, ул булһын өсөн бағымсылар кəрəк. “Юшатыр” гəзитенəн тыш, фермерҙар В. Марфин, А. Марфин, «Рыболов Мастер» (А. Чепик), «Спорт и туризм» (И. Сабитов), киң күңеллəнеп, сараның бағымсылары булды. Таң артыр-атмаҫтан, үлəндəге ысыҡ кибеп тə бөтмəҫтəн, барыһы ла бында ине - Бахмут быуаһында. Һəммəһе 20-нəн артыҡ балыҡ ене ҡағылған кеше килде, спорт, йəштəр комитеты рəйесе В. Копыловтың фатиха һүҙҙəрен тыңлағас, һəр береһе үҙенə уңайлыраҡ урын һайланы һəм китте - донъялағы иң сихри шөғөл - балыҡ тотоу. Балыҡ тотоу, рəтен белгəн кеше өсөн, һөнəр генə түгел, йəшəү рəүеше. Күмертауҙан да, райондан да рəт белгəндəр, йəше-ҡарты килгəйне. Иң йəш балыҡсыға - 5 кенə йəш ине, унан олорағына - 14. 5 йəшлек Күмертау егете Дима Чунихин быуаға ҡармаҡтан тыш, ике уйынсыҡ машинаһын да күтəреп килгəн - балыҡ тотоп арып китһə, уйнап алырмын тинеме икəн. Иң оло кешелəр Яңы Морапталдан булдылар: Ғəлиев Мөхəмəт - 80 йəш, Мөлөков Фəнүр - 78 һəм Əбделмəнов Шаурат - 67. Бабайҙар килгəс тə толҡа тапманы, ҡапмай бында, йə, ҡайтҡас, əбейгə нимə тип əйтəм инде. Анау сама араны үтеп бушҡа килдек, фəлəн дə төгəн. Аҙаҡ, ҡулдарына бүлəк тотторғас, тынысландылар, əбей янына буш ҡайтмайҙар. Өс сəғəттəн ашыу барҙы ярыш, кемеһе тотто, кемеһенə бəхет бик йылмайманы. Район башлығы Юлай Ильясов та, килеп, бəхетен һынап ҡараны. Янында Василий Копылов борсолоп ҡарап торҙо: элəкһə генə ярай ине. Элəкте. Ҙур түгел, шулай ҙа балыҡ - балыҡ инде, уны ҡаптырған саҡтағы лəззəте кем татып ҡарағаны бар, шул белə. Бахмутта быуаға ҡарап, ҡалҡауысҡа текəлеп өндəшмəй генə ултырылманы, кемеһелер гармун алып килгəн. Туй барамы ни, бер саҡ бейеүгə төшөп киттелəр. Балыҡ тотоу-тотмауҙамы ни эш, ғүмер бер генə, көҙҙөң рəхəттəрен бер татып ҡалһындар əле. Аҙаҡ үлсəүҙəр китте - кемдеке ҙурыраҡ, кемдеке ҡыҫҡараҡ, ауырыраҡ-еңелерəк. Иң күп тотолған балыҡ - 2 кг. Беренселекте, күп бəхəслəшеп тормай, ошо балыҡтар хужаһына бирергə булдылар. Иң кескəй балыҡсыға, иң оло балыҡсыға ла бүлəктəр элəкте, ғəйеплəр урын ҡалманы. Юлай Талха улы: - Балыҡ тотоу - тормоштағы һымаҡ, табыш йə була, йə юҡ. Һəр табыш өсөн тырышырға, көрəшергə тура килə. Беҙгə яҙмыш күберəк табыш биреп торһон, тине. Бағымсылар тырышлығы менəн алынған бүлəктəрҙе биреү башланды, бында күмəк балыҡ тотҡандан һуң, бер кеше арты менəн тороп, икенсеһе был балыҡ кемгə тип һорап бүлешеү булманы, һəр кем табышына ҡарап бүлəкле булды. Иң ҙур балыҡ тотҡан өсөн - Кожевников Вячеслав; Иң бəлəкəй балыҡ өсөн - Мельников Дмитрий; Иң оҙон балыҡ тотҡаны өсөн - Хлопотов Игорь; Иң кескəй балыҡсы - Чунихин Дмитрий (5 йəш) һəм Волчков Илья (14 йəш); Иң оло балыҡсы - Ғəлиев Мөхəмəт (80 йəш); 1-се урын - Петров Николай (2 кг. 210 гр. балыҡ тотҡаны өсөн); 2-се урын - Кармишкин Сергей (670 гр.); 3-сө урын - Батурин Виктор (320 гр.). “Юшатыр»ҙың бүлəген – өс кешелек палатканы Айсыуаҡова Наилə алды, ярышта ҡатнашҡан берҙəн-бер ҡатын-ҡыҙ. Наилə Айсыуаҡова, Юлай Ильясов менəн ҡушарлап бейеп тə алды, көн матур, ир янда, кəйеф шəп, уға ҡарап ҡына ла был ярышты юҡҡа үткəрмəгəнбеҙ икəн тип уйлап ҡуйҙыҡ – бəхет өсөн кешегə күп кəрəкмəй. - Элек ирем балыҡҡа тип сыға ла китə ине, мин асыуланып ҡалам, таң менəн тороп китə торған ниндəй мəшəҡəт был? Бер саҡ үҙем əйттем: мине лə ал. Шунан бирле балыҡҡа бергə йөрөйбөҙ. Элек енем һөймəгəн эштебалыҡ тотоуҙы - шул тиклем яраттым, иремде хəҙер үҙем ҡотортам – киттек, - Наилə апай беҙҙең бүлəкте алғас, үҙенең фекерҙəрен ошолай белдерҙе. Үтте был матур көн, үтте ярыш. Нимə генə тимə, был сара, ҡатнашҡандар өсөн, балыҡ тота алдымы ул, юҡмы, оло табыш булды. Тормош юғалтыу-табыштарҙан тора, табыштарыбыҙ юғалтыуға ҡарағанда күберəк булһын ине – ҡармаҡтарыбыҙға ҙур суртан булмаһа ла, сабаҡтар элəккелəп торһон. Малик ИЛЬЯСОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей