Сыңғыҙҙың уңған фермеры

Сыңғыҙ ауылынан Нияз Уразбаевты Таулыҡай ауыл биләмәһендә генә түгел, ә районда ла уңған фермер булараҡ яҡшы беләләр.Нияз Рәжәп улы малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә.Әле предприятие ең һыҙғанып яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. 

Нияз Уразбаев ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, тыуған төйәге өсөн янып йәшәй, уны төҙөкләндереүгә тос өлөш индерә.Районда үткәрелгән сараларҙа ла ситтә ҡалмай, бынан бер нисә йыл элек үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булараҡ ҡатнашты.

Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Нияз Уразбаев "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" тип танылды.

Автор:Азамат Мухаметшин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей