Старт бирелде

Шишəмбе көндө Киров исемендəге хужалыҡта райондың ауыл хужалығы белгестəре, хужалыҡ етəкселəре, фермерҙар мал аҙығы əҙерлəү буйынса семинарға йыйылды. Семинар түңəрəк өҫтəл артында үтте. Район хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллин сараны асып,  фөнəн килгəн ҡунаҡтар менəн таныштырып үтте. Артабан Башҡорт дəүлəт аграр университетынан, ауыл хужалығы үҙəгенəн килгəн ғалимдар мал аҙығы əҙерлəү темаһы буйынса үҙҙəренең тəҡдимдəре, кəңəштəре менəн сығыш

яһанылар. Уларға район хужалыҡтары етəкселəре, белгестəре үҙҙəрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Баш агроном Айҙар Туйгилдин районда быйылғы йылда əҙерлəнəсəк мал аҙығы планы менəн таныштырып үтте. үпме бесəн, сенаж, силос кəрəклеге хаҡында белешмə бирҙе. Көйөргəҙе мəғлүмəт-консультация үҙəге директоры Рəүеф Намаҙғолов малсылыҡ тармағы буйынса эш барышы хаҡында бəйəн итте. Шулай уҡ район хужалыҡтары етəкселəренең һəр береһе, фермерҙар мал аҙығы əҙерлəү буйынса үҙҙəренең эш тə- жрибəһе менəн уртаҡлашып үтте. Семинарҙа ҡатнашыусылар Киров

исемендəге хужалыҡтың техникаһы менəн яҡындан танышты. Түңəрəк өҫтəл артында һəр бер сығыш яһаусы: «Көтмəҫкə, тиҙерəк мал аҙығы əҙерлəргə төшөргə кəрəк», - тигəн фекерен еткерергə тырышты. Шулай итеп, районда мал аҙығы əҙерлəй башлауға старт бирелде.

Р. ҒƏЛИЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей