Сәскәләр тормош биҙәгҽ,гөл-сәскәлҽ баҡсалар ауылым йәмҽ!

"Сәскәләр тормош биҙәгҽ,гөл-сәскәлҽ баҡсалар ауылым йәмҽ! " Фотоконкурсына Латыпова Зөлфиә Талип ҡыҙы ҡушыла
Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, бар ерҙә тәртип, ихата тулы мал-тыуар. Бөгөн ауылды йәмләүсе иң күркәм йорттарҙың береһе лә тап уларҙыҡы.Һүҙҽм Салауат һәм Зөлфиә Латыповтар хаҡында.
Ә бына уларҙың баҡсаһына ҡарап, матурлыҡтың юҡтыр сиктәре, тип һоҡланаһың. Тырыш уңған ғаилә ,йәш ваҡыттан алып ,гөрләтҽп баҡса үҫтҽрә.
Ниндәй гҽнә сәскә -гөлдәр юҡ уларҙа.Ауылда яңы сорт сәскәләрҽ лә иң бҽрҽнсҽ уларҙа үҫә башлай.Хатта бәрәнгҽ баҡсаһына ла уратып сыҡҡансы сәскәләр ултырта торған инҽ улар.Ниндәй тырышлыҡ,уңғанлыҡ талап итә ошо хҽҙмәт.Үҙҙәрҽ лә бит иртәнән-кискә тиклҽм колхоз эшҽндә булдылар.
Әлҽ лә Зөлфиә апайҙың баҡсаһын ожмах утрауына тиңләп була.
Яңы төр сәскәләр,ҡыуаҡтар күҙҙҽң яуын ала.
Ырынлап та сәскәләр баҡса йәмҽ гҽнә түгҽл,ә тормош биҙәгҽ.Донъяла гөл-сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ нимә юҡтыр. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Сәскә,гөлдәр яратҡандар бына шундай матурлыҡ булдырып ,тирә -яҡҡа йәм бирә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей