Сәскәләр тормош биҙәгҽ,гөл-сәскәлҽ баҡсалар ауылым йәмҽ!

"Сәскәләр тормош биҙәгҽ,гөл-сәскәлҽ баҡсалар ауылым йәмҽ! " Фотоконкурсына Закирова Зилира Нурмөхәмәт ҡыҙы ҡушыла.
Хуш еҫле, сағыу гөлдәр үҫтереп ишек алдарын матурлыҡҡа күмгән хужабикәләр күп ауылыбыҙҙа. Ҡайһыһының ғына баҡсаһына,ихатаһына күҙ һалма, аллы-гөллө түтәлдәр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, ултыра. Гөл - сәскәгә тулған ихата йорт хужаларының тырыш һәм тынғыһыҙ булыуына, уларҙың гүзәллек яратыуына ишара.
Сәскә-гөлдәр тормош биҙәгҽ. Улар - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә.
Ауылыбыҙҙа Зилира һәм Рафиҡ Закировтар ихатаһына кҽрҽү мҽнән ҡапҡанан уҡ, сихри матурлыҡ ҡаршы ала. Төрлө һауыттарҙа ,клумбаларҙа,түтәлдәрҙә сағыу төҫтәге гөлдәре теҙелеп киткән.Ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Иртә яҙҙан көҙгә тиклҽм тирә-яҡҡа нур һибеп ултырасаҡ әле улар.
Ниндәй тырышлыҡ,ныҡышмалылыҡ,уңғанлыҡ талап итә шундай күп,матур сәскәләр үҫтҽрҽү.
Әйткәндәй, уларҙың ихатаһы,баҡсаһы ғына сәскәлә түгҽл,йортоноң эсҽ,тәҙрә төптәрҽ лә гөл-сәскәгә күмҽлгән.
Күңҽлҽ матур булғандар ғына,шулай матурлыҡ өләшҽп,нур сәсҽп йәшәй!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей