Сәскә күңелле халыҡ йәшәй Йәнырыҫ тарафтарында

Йәнырыҫтар йәй миҙгелен йомғаҡлаусы күркәм сара – Сәскәләр байрамын үткәрҙе.

Мәҙәниәт йорто фойеһында сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ ине! 7 ноябрь, Башҡорт урамы, Колхоз, Йәштәр урамы, Ҡыяуыҡ ауылы егәрлеләре баҡса үҫтереүҙә, аш-һыуҙа сағыу күргәҙмә әҙерләгән, команда булып конкурста ҡатнашырға ла дәртләнеп килгәндәр. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Минияр Маннанов тап ошондай саралар ауылдаштарҙың күңел берҙәмлеген, тырышлығын күрһәтеүен билдәләне.

- Проблемаларҙы бергәләп хәл итеү миҫалы беҙҙең биләмәлә лә бар. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына таянып, халыҡтан талап ителгән өлөштө лә индереп,Ҡыяуыҡ ауылында һыу селтәрен һуҙабыҙ. Уҙған йылда проекттың тәүге этабы атҡарып сығылды, быйыл был эште йомғаҡлау бурысы тора, - тине Минияр Рәүеф улы. Йәнырыҫта ла һыу менән тәьмин ителеш сифатын яҡшыртаһы бар. Һыу баҫымы башняһын капиталь ремонтлау һәм Йәштәр урамына һыу үткәреү йөкләмәһе алынған. Былтыр “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорто тәҙрәләренең бер өлөшө яңыртылған, тиҙҙән фойела эштәр башланасаҡ. Биләмәгә бәләкәйҙәрҙән һаналған Екатериновка, Михайловка, Яңы Йорт ауылдары ла ҡарай. Күмәк сараларҙы һәр бер ауылды йәлеп итеп ойошторорға тырышыуҙары хуплауға лайыҡ. Былтыр Йәнырыҫ менән бер рәттән Яңы Йорт һәм Екатериновка ауылдарында ла урам ятҡтыртҡыстары ремонтланған. Әлбиттә, биләмәгә килеүсе һәр кемдең мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы күркәм төҙөлөшкә күҙе төшә. Тамырҙары Йәнырыҫтан булған ағалы-ҡустылы Илшат менән Илфат Ниғмәтуллиндар тулыһынса үҙ иңдәренә алған төҙөлөш - заманса фельдшер-акушер пункты быйыл февраль айында ғына төҙөлә башланған булһа, бөгөн инде эске эштәр генә ҡалған. Ауылдаштар өсөн был баһалап бөткөһөҙ бүләк! Әйткәндәй, Йәнырыҫ элек-электән оҙон ғүмерле инәйҙәр менән дан тота. Байрамда ғүмере буйы колхоз эшендә тырышҡан, баҫыу эшсәндәренә тәмле аштарын өлгөртөп торған Әсмә инәй Камалованы ла күмәкләп ҙурланылар – уға ошо көндәрҙә 95 йәш тулған! Мәҙәниәт йортона үҙе килеп, балҡып ултырған инәйгә һоҡланып туймаҫлыҡ ине. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, инженер коммуникациялар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Юнир Вилданов, округ депутаты, район ауыл хужалығын үҫтерешеүсе Николай Козырев һәм ҡунаҡтар уға ихлас теләктәр менән бүләк тапшырҙы. Ауыл мәсете имам хатибы Рәшит Фәйзуллин да үҙ сығышында тәрбиәүи көсө ҙур булған байрамды хупланы, һуңғы йылдарҙа төрлө кимәлдә Ҡөръән уҡыусылар араһында үткән конкурстарҙа Йәнырыҫ балаларының уңышлы ҡатнашыуын һөйөнөп билдәләне. Мәсет тирәһенең гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы, ауыл халҡының мәсеткә әүҙем йөрөүе бик матур күренеш, әлбиттә.

Сәскә үҫтереүселәр ара-һында конкурс еңеүсеһен дә күрһәтәйек. Беренсе урынды 7 ноябрь менән Башҡорт урамдары бүлешһә, икенсе урынды Колхоз һәм Йәштәр урамдары егәрлеләре уртаҡлашты. Өсөнсө урын - ҡыяуыҡтарҙа. 30-лап төр сәскә үҫтергән Әлфиә Заһиҙуллина, ихаталары гөл-баҡса булған Минзәлә Яҡупова, Ләлә Мостафина, Ләйсән Яппарова һәм Рәзилә Латиповаға ла афарин тибеҙ. Донъяны үҙ ҡулдары менән йәмләп, йырлап, бейеп, күмәкләп матур табындар ҡороп үткәргән байрам тәьҫораттары оҙаҡҡа етер. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Нәсимә Собханғолова һәм ауылдың хөрмәтле ветеран уҡытыусылары жюрилыҡ эшен яуаплылыҡ менән атҡарып, байрамда ҡатнашыусыларға һәр ваҡыт ошолай матур күңелле, тырыш булыуҙарын теләне.

Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА, "Торатау" гәзите

Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей