Сəскə атмаҫ борон сап

Район хужалыҡтарында, крəҫтиəн-фермер хужалыҡтарында һəм шəхси  хужалыҡтарҙа мал ҡышлатыуға бесəн əҙерлəүҙең  хəл-торошо хаҡындағы фекерен белешеп Көйөргəҙе районы муниципаль районының «Көйөргəҙе мəғлүмəт-консультация үҙəге» директоры Рəүеф Шəймəрҙан улы Намаҙғоловтан белештек.

-        Тыумышым менəн Күгəрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылынанмын. Мин бəлəкəй саҡта халыҡҡа бесəн сабырға август еткəс рөхсəт итə торғайнылар. Ул ваҡытта шулай тейештер тип уйлай торғайным. Ə хəҙер аптырайым: етəкселəр был ваҡытта үлəндəрҙең ҡатып, туҡлыҡлылығын юғалтыуы тураһында белгəндəрҙер бит инде? Наҙан булмағандарҙыр. Бының сəбəбен мин ул ваҡыттағы колхоз, совхоздарға бесəн əҙерлəү планы биреүгə бəйлелер тием. Тəүҙə хужалыҡҡа əҙерлəргə, унан һуң ҡалғаны шəхси хужалыҡтарға. Йылдар буйына килгəн ошо күренеш хəҙер халыҡтың ғəҙəтенə инеп китте: бесəнде ваҡытында сабырға ашыҡмайҙар. Өлгөрөрбөҙ, сəскə атмаған бит əле, тип йөрөй бирəлəр. Телəһə ниндəй үлəн: тəбиғи үлəнме, күп йыллыҡ үлəнме сəскə атһа, туҡлыҡлылығын күпкə юғалта. Мəҫəлəн, люцернаның протеины 1 тоннаға 52 кг. тура килһə, сəскə атҡас, 38 киллограмға тороп ҡала. Тəбиғи һəм күп йыллыҡ үлəндəр менəн дə шул уҡ хəл: сəскə атһалар, туҡлыҡлылыҡтарын 60 %-ҡа юғалталар. Шуға күрə бесəнде үлəндəр сəскə атмаҫ борон сабырға кəрəк. Икенсе төрлө əйткəндə, беҙ бесəнде ҡатҡас сабабыҙ. Йыбанмаһаң, мул һəм туҡлыҡлылығы юғары, һəйбəт сифатлы бесəн əҙерлəргə була беҙҙең яҡтарҙа. Хəҙер салғы менəн дə сапмайһың, ҡул көсө менəн дə өймəйһең - техника етерлек. Тик ана шул электəн «өлгөрөрбөҙ əле» тигəн алама ғəҙəттəн арынырға кəрəк иң тəүҙə.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей