Сәсеү тамамланыу алдында

Район ауыл хужалығы бүлеге биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, хужалыҡтарҙа иртә яҙғы культураларҙы сәсеү тамаланған. Иң тәүгеләр булып “Муйнаҡ” АХА-һында, “Ҡыуандыҡ” һәм Импульс” ЯСЙ-ларында тамамланған.

Иртә яҙғы культуралар – 20400 гектарҙа, шул иҫәптән бөртөклөләр 14700 гектарҙа башҡарылған. Һоло – 2900, арпа – 5600, яҙғы бойҙай – 5200, бөртөклө-ҡуҙаҡлылар – 1000 һәм техник культуралар 5700 гектарҙа сәселгән. Орлоҡҡа тәғәйенләнгән көнбағыш 5100 гектарҙа үҫәсәк. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡтар көнбағыш һәм мал аҙығы культураларын сәсеү менән мәшғүл.

Н. Йылҡыбаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей