Сәсеү башланды!

Районда баҫыу эштәре көн һайын киңерәк ҡолас ала. Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттән күренеүенсә, “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы - көнбағыш, арпа, бойҙай, “Трудовик” - 50 гектарҙа гәрсис, Салауат исемендәге хужалыҡ бер йыллыҡ үлән сәсеүгә ең һыҙғанып тотондо.

 Райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов әйтеүенсә, орлоҡтарҙы ағыулау -  82, дым ҡаплатыу 68 процентҡа үтәлгән,  49 процент ужым культураларына  ашлама индерелгән. Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, туҡландырыу тулыһынса тамамланған. Ошо аҙнала бөтә ҙур хужалыҡтарҙа бөртөклө культуралар сәсеү башлана. 80 мең гектар ерҙә ярауай иген, шуның 46,5 мең гектарында бөртөклө, ҡуҙаҡлылар сәсеү планлаштырыла.

Минераль ашламалар ауыл хужалығы культураларынан юғары уңыш өсөн нигеҙ булып тора. Был йүнәлештә лә эш әүҙем бара. 7130 тонна ашлама индерелгән, был тейешле күләмдең 86 процентын тәшкил итә.

Мәләүез районы аграрийҙары алдында быйыл 108 мең гектарға сәсеү бурысы ҡуйылған. 40 мең гектарға яҡын майҙан крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына тура килә. 60-тан ашыу крәҫтиән-фермер хужалығында эштең ҡайнаған осоро. Яҙҙың бер көнө йыл туйҙыра, тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Быны игенселәр үҙҙәре лә аңлай.

Яҙҙың иртәрәк килеүе тупраҡтың өлгөрөүенә булышлыҡ итте. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ерҙе дымға ҡаплау 30 процентҡа үтәлгән, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу - тамамланыу алдында, ужымдарҙы туҡландырыу бара. “Старт” кфх-һы (етәксеһе Илдус Шәрипов) борсаҡ сәсеүгә төшкән. Бер нисә хужалыҡ арпа, бойҙай кеүек яҙғы бөртөклө культуралар, бер йыллыҡ үлән сәсеүгә әҙер. Владимир Матвеев, Алексей Шамин, Александр Емелин, Илшат Вахитов үҙ баҫыуҙарында  беренсегә гәрсис орлоғон һынап ҡарай.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей