Сәнәғәт үҫеше

Дарьино ауылы янында төҙөлгән “Хладобойня Строгонов” йәмғиәте  - юғары технологияларға нигеҙләнеп ҡыҫҡа ваҡыт арауығында сафҡа тапшырылған предприятие. Эшмәкәрлек сусҡа салыу, эшкәртеү, продукция етештереүгә йүнәлтелгән. Зоосанитария һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Әҙер продукцияның географияһы киң, республика ҡулланыусыларына ғына түгел, Рәсәйҙең сауҙа нөктәләрендә танылыу яуларға өлгөргән.

Проекттың маҡсаты - республикала сусҡасылыҡ инфраструктураһын үҫтереү, ярымфабрикаттар етештереү. Социаль әһәмиәтенә килгәндә, 50 кешегә эш урыны булдырылған, хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә премиялар түләү, медицина тикшереүе үтеү ҡаралған, эш урынына йөрөтөүгә транспорт бүленгән. Етештереү циклында өҙлөклөктәр юҡ - салынасаҡ малды һатып алыу, эшкәртеү, әҙер продукцияны һаҡлау һәм сауҙа нөктәләренә таратыу графикка ярашлы башҡарыла.

Проекттың хаҡы 201 миллион һум тәшкил иткән, шуның 166 миллионы йәмғиәт аҡсаһы, 35 миллонға кредит бүленгән. Һалынған инвестицияларҙы 58 айҙан ҡайтарыу күҙаллана.

Предприятиела йылына 160 мең сусҡа, бер сменала 450 баш эшкәртелә. Ике сменалы эш аҙнаһына күскәндә был һан тағы  артасаҡ.

Таҙа, сифатлы ит етештереүҙән 6 йыл дауамында 5286,9 миллион һум килем көтөлә.

“Хладобойня Строгов” предприятиеһы эшмәкәрлеге менән Хөкүмәт Премьер министр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы - Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановта танышты. Ул проекттың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне, ҡулланыусыларҙы сифатлы ризыҡ менән тьәмин итеүҙә йәмғиәттә етештерелгән продукцияның ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район Хакимиәте башлығының иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Альберт Таймаҫов райондың социаль иҡтисади үҫеше, инвестиция проекттары, тармҡ үҫеше буйынса мәғлүмәт бирҙе. БР Ветеринария  идаралығы начальнигы  Азат Йыһаншин предприятиеһының халыҡ-ара стандарттарына яуап биреүен,  биләмәнең йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлау буйынса юғары хәүефһеҙлек зонаһы булыуын билдәләне.

Польшаның PEK Mont фирмаһы директоры Мариола Скосогориенко сығышында тиҙ арала төҙөлгән, башлыса тап ошо фирма ҡоролмалары менән байытылған предприятие етәкселегенә теләктәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Хладобойня Строгоновв” предприятиеһы директоры Артем Мөхтәруллин республика, район етәкселегенә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Пленар өлөштә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы төбәктә яҙғы эштәргә әҙерлек, уларҙы финанслау, техника, орлоҡ, ашлама менән тәьмин итеү буйынса мәғлүмәт бирҙе.

Артабан ҡунаҡтарға предриятие буйлап экскурсия ойошторолдо.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей