с.Мещегарово ООО "Простор" посеяли 100 га овса

Миәшәгәр ауылының “Простор” хужалығы эшсәндәре 100 гектарға һоло сәсеп бөтөп, бойҙай сәсеүгә тотонған. 

– Тупраҡтағы дымды файҙаланып ҡалырға кәрәк. Ә һоло дым ярата, шуға уны иң тәүҙә сәстек, – ти хужалыҡ директоры Ралиф Хөснөтдинов.
Бойҙайҙы 300 гектар майҙанға сәсеү күҙаллана. Ерҙе тырматыуҙа Олег Куканов“ДТ-75” тракторында эшләһә, Сәлим Нуриев “Т-150” менән культивациялай. Сәсеү агрегатын Әбүзәр Исмәғилев “МТЗ-826” тракторында йөрөтһә, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы студенттары Фәнис Мөхәмәтйәнов, Илмир Хыялов, Илсур Денисламов сәсеүселәр эшен атҡара. Данир Мөхәмәтйәров “ЮМЗ-6” тракторы менән баҫыуҙарҙы катуклай.
Владимир Питунин менән Илгиз Әхмәтйәнов келәттә орлоҡто ағыулап, тейәп ебәреү эшенә йәлеп ителгән. Водитель Мәғәфүр Мөхәмәҙиев “ЗиЛ-554” йөк машинаһы менән сәсеүселәргә орлоҡ ташый. Әлфиә Ғирфанова ялан батырҙарын йылы аш менән тәьмин итә.

Миәшәгәрҙәр яҙғы культураларҙы сәсеүҙе май уртаһына тамамларға ниәтләй. Аҙаҡ 50 гектарға ҡарабойҙай сәсергә ҡала. 70 гектар майҙандағы ужым культураларының 30 гектары яҙғы һалҡындарҙа туңып юҡҡа сыҡҡан. Хужалыҡ директоры Ралиф Хөснөтдинов хәбәр итеүенсә, зыянды ҡаплауға дәүләт ярҙамы алыуға документтар тапшырылған. Ошо майҙандарҙы ҡайтанан сәсергә тура киләсәк.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей