Сираттағы таратыу пункты асылды
Белоретта «Һөт кухняһы» продукцияһын таратыуҙың икенсе пункты эшләй башланы.
Ул ҡаланың Карл Маркс урамындағы 57-се йортта урынлашҡан. Таратыу пункттарына һөт, ҡатыҡ, эремсекте әлегә Стәрлетамаҡтан килтерһәләр, ошо көндәрҙә сафҡа индерелгән “Һөт кухняһы” продукцияны үҙебеҙҙә етештерә башлаясаҡ. Әлегә етәкселеккә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә генә ҡалған, шуға кәштәләргә ваҡытлыса Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килтерелгән һөт ризыҡтары ҡуйыла. Ассортимент аҙнаһына ике тапҡыр яңыртыла. Балалар ризығын шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә таратыу пункттарынан килеп алырға мөмкин.
Түләүһеҙ нигеҙҙә һөт кухняһы ризыҡтары менән күп бала тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителә. Белоретта бөгөн 180 ғаилә һөт кухняһы ризыҡтарын бушлай алыуға килешеү төҙөгән. Бөгөнгө көндәге исемлек буйынса таратыу пунктынан 47 ғаилә һөт ризыҡтары ала.
Һөт ризыктары аз килемле ғаиләләрзәге 3 йәшкә тиклемге балаларзан тыш, йөклө һәм бала имезгән әсәләргә лә каралған. Бының өсөн тейешле документтар йыйып, таратыу пункттарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Белорет районының Мәғлүмәт консультация үҙәге