Сидоровкалар йәшәйешен проект ярҙамында яҡшырта

«Реаль эштәр» проекты Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләренең, райондарының һәм ҡалаларының көнүҙәк проблемаларын бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Сидоровка ауылында «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һыу сығанағынан ауылға ингән hыу торбалары алыштырыла.

- "Реаль эштәр" проектына ҡушылыу hәм ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн йүнәлтелгән проект халыҡ йыйылышында һайланды. Сидоровкалар өсөн һыу мәсьәләһе көнүҙәк проблема булып тора. Үткән йылда өйҙәргә hыу үткәреү эше башҡарылды. Әммә hыу сығанағынан алып ауылға ингән торбалар иҫкергәнгә, уларҙы алыштырыу проблемаһы тора ине беҙҙең алда. Проект ярҙамында был эштәрҙе лә тиҙ арала хәл итергә ниәтләйбеҙ, - ти Үрге Ғәле ауыл биләмәhе башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таhиров.

Был эштәрҙе шәхси эшҡыуар А.Бусарев башҡара. Әле ике аҙна эсендә планлаштырылған эштәрҙең яртыhы тамамланыуға бара. Бөтәhе 820 метр торбаны алыштырыу ҡаралған. Ә бына яңыртылған hыу торбаларын файҙаланыуға сентябрҙә тапшырырға ниәтләйҙәр. Был проблеманы хәл итеүҙе халыҡ дөйөм йыйылышта үҙе hорап мөрәжәғәт иткәйне.

Гөлгөнә БАЙСУРИНА.

Б.СОЛТАНОВ фотоһы.

Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы-Йылайыр мәғлүмәт үҙәге.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей