Шəп тотолдо
Яҙ тулыһынса үҙ көсөнə кергəнсе, Абдул ауылының һəүəҫкəр балыҡсылары, 25-се март көнө быуа буйына ҡышҡы балыҡ тотоу ярышы үткəрергə ашыҡты.
Көнө лə матур, ҡояшлы, тəбиғəт тə үҙенə саҡырып торҙо. Балыҡсылар ҙа ҙур дəрт, еңеү телəге менəн ҡуйылған ваҡытҡа йыйылдылар. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, балыҡ та шəп тотолдо.
Бəйге булғас еңеүсеһеҙ ҙə, бүлəкһеҙ ҙə булмай. Беренсе урынды Хəйбуллин Ғəни алды, 2-се урында Ғайсин Ниғмəт булһа, 3-сө урынды Рəжəпов Йəүҙəт яуланы. Бөтəһенə лə булəктəрҙе ярышты алып барыусы булараҡ үҙем тапшырҙым. Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүлəкһеҙ ҡалманы, һəр кем бүлəктəн ҡəнəғəт ҡалды.
Ҡатнашыусылар əүҙем ял, ҙур ҡəнəғəтлек, дəрт-дарман, онотолмаҫлыҡ тəьҫораттар алып таралышты.
Ярыш үткəреү өсөн быуаға ҙур ҡыйынлыҡтар менəн юл ярыусы тракторсы Бикмаев Əхмəдулла һəм фермер Искəндəров Рəсилгə, бүлексə бригадиры Сəйфетдинов Ринат Мəдəрик улына айырым рəхмəт.
Сағыштырмаса оло йəшкə ҡарамайса был саранан ситтə ҡалмаған Хөснөтдинов Йəмил, Тəржемəнов Шамил абзыйҙарға рəхмəт.