Шәп шофер

Таҙлар ауылы егете Евгений Пирогов үҫмерлек ҡорона аяҡ баҫҡас, бала саҡта хыялланғанса, водитель булырға ҡарар итә һәм 116-сы Иҫәнғол һөнәрселек училищеһында ике йыл уҡып сыға. 1998 йылдың май айында танытма алып, бер ай ғына ял итеп ала ла, ауылындағы Ленин исемендәге колхоза һөнәре буйынса эшкә төшә. Йылдар үтеп тора, хужалыҡ бер нисә мәртәбә атамаһын үҙгәртә, ә Евгений эш урынына тоғро ҡалып, бөөгөнгө көнгәсә шунда эшләп йөрөй. ”Луч-Агро” ЯСЙ-һы етәксеһе Александр Зотов водителдең эшенән ҡәнәғәт. Евгений сәсеү һәм урып-һуғыу эштәрендә йөкләмәләрҙе яҡшы үтәй, үҙенең ЗиЛ йөк машинаһында ЯСЙ-ның барлыҡ эштәрендә ҡатнаша, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшә. 

21 йыл бер коллективта эшләгән ир-егет иптәштәре араһында хөрмәт менән файҙалана, предприятиеның йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Евгений Александровичты ауылдаштары ла үҙ эшенә намыҫ һәм яуаплылыҡ менән ҡараған, эшен еренә еткереп үтәгән үҙ эшенең оҫтаһы тип белә. Тырыш хеҙмәте һәм уңыштары өсөн Евгений күп тапҡырҙар район хакимиәте тарафынан Почет грамоталары менән дәртләндерелгән, быйыл һабантуйҙа иһә уны БР Ауыл хужалығы министрлығы Почет Грамотаһы көтә. 

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей