Шәп баҡсасы булыу өсөн теләк кәрәк

Үҙ йорт-ҡураһы менән йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ иртә яҙҙан баҡса мәшәҡәттәре менән йәшәй башлай. Уңған хужабикәләрҙең күптәре март-апрель айҙарында уҡ тәҙрә төптәрен тултырып помидор, борос, сәскә орлоҡтарын сәсә. Үрсетмәләрҙе теплицаға сығарғансы бала тәрбиәләгән кеүек ҡарап, мәш килә улар. Күптәрҙең баҡсаһында бер түгел, икешәр теплица хәҙер. Дөрөҫ, үҙең үҫтереп ашаған йәшелсә-емешкә етмәй шул. Магазиндан һатып алһаң, ниндәй химикаттар ҡушылғанын кем генә белһен.
Күптән түгел ватсаптағы “Баҡсасы” төркөмөнә ҡушылдым.
Унда барыһы – йәштәр ҙә, өлкәнерәк хужабикәләр ҙә үҙҙәре үҫтергән төрлө йәшелсәләр, сәскә үрсетмәләренең, ҡыуаҡтарҙың, ағастарҙың фотоһүрәттәрен һалалар һәм бер-береһенә һаталар йәиһә алмаштыралар. Мин белмәгән ниндәй генә күп йыллыҡ сәскәләр үҫтермәй икән кешеләр! Күҙ ҡыҙып китеп, барыһын да үҫтереп ҡарағы килә.
Ә бөгөнгө мәҡәләм геройы Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Әлиә Йәғәфәр ҡыҙы Ташбулатованы хеҙмәттәштәре шәп баҡсасы булараҡ маҡтап телгә алды. “Нисәмә йылдар инде беҙ тик Әлиә Йәғәфәр ҡыҙынан ғына помидор, борос үрсентеләре алып үҫтерәбеҙ. Уның үрсентеләре көслө лә, емешле лә була” , - ти улар.
Ғүмере буйына балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, ике йыл элек кенә хаҡлы ялға сыҡҡан Әлиә Йәғәфәр ҡыҙы гәзит уҡыусыларға үҙенең серҙәре менән уртаҡлашырға булды.
- Помидор, борос үрсентеләрен үҫтереү менән шөғөлләнгәнемә утыҙ йыллап була инде. Башта тик ғаиләбеҙ өсөн генә үҫтерә торғайным, һуңғы йылдарҙа, дуҫ-иштәремә, хеҙмәттәштәремә лә үҫтереп бирә башланым. Йылдан-йыл мул уңыш бирә торған сорттарҙы ғына һайлап алырға, уларҙы нисек тәрбиәләргә өйрәндем. Боростарҙы февраль аҙағында сәсһәм, помидорҙарҙы һуңыраҡ март урталарында ултыртам. Өйҙә үҫтергән ваҡытта уларға бер биҙрә һыуға 2 стакан көл, 1 төймә янтарь кислотаһы, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 10 грамм пакмай әсеткеһен бутап, ашлама яһап, дымлыраҡ тупраҡтарына һибәм. Был ашламаны ун көн һайын өс тапҡыр эшләргә кәрәк. Әлеге ашлама үрсентеләрҙең тамырҙары, һабаҡтары өсөн бик файҙалы. Бынан һуң улар көслө булып үҫеп китә, сирҙәргә бирешмәй.
Помидорҙарҙы тышҡа сығарып ултыртҡандан һуң, 200 грамм тауыҡ тиҙәген бер биҙрә һыуға һалып, әсеткәндән һуң, емештәр өлгөргәнсе бер нисә тапҡыр һибәм. Былай иткәндә, помидорҙар һабаҡтарында уҡ ҡыҙарып бешә, ҡараймай, - тип ихлас уртаҡлашты Әлиә Йәғәфәр ҡыҙы.
Көҙөн бар күңелен һалып үҫтергән йәшелсәләрҙе тоҙлай, төрлө салаттар ҙа эшләй уңған хужабикә. Шулай уҡ баҡсаһында үҫтергән ҡарағат, сейә, ҡурай еләге емештәренән компоттар ҡайната, ҡайнатмалар яһай.
“Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ғаиләбеҙ менән йыйылып, йәйге ҡояш нурҙарын үҙҙәренә туплаған, үҙ ҡулдарым менән үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән ризыҡтарҙы тәмләп ашау үҙе бер кинәнес тә инде ул”, - ти Әлиә Йәғәфәр ҡыҙы.
Гөлсәсәк Аласова. Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей