Шәлдәр бәйләй Ринат станокта

Көн ҡыҫҡарып, төндәр оҙоная башлағас, көҙгө мәшәҡәттәрен атҡарып сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ дәррәү генә ҡул эштәренә тотона. Тәү сиратта ҡышҡылыҡҡа барлыҡ ғаилә ағзалары бейәләй-ойоҡбаштар, шарф, башлыҡтар менән тәьмин ителә. Йәй буйы сират көткән теген машинаһы ла тыҡылдай башлай. 
Район һылыуҙары был мәшәҡәттәргә бары тик аҙна-ун көн генә ваҡыт бүлә. Артабан уңған хужабикәләр ваҡ-төйәк эштәрен тамамлап, һатыу өсөн шәл бәйләргә тотона. Ноябрь-март айҙары улар өсөн ҡыҙыу осор, тап ошо арала мамыҡ шәлдәргә һорау күп. Ҡыштың ыжғыр бурандарынан, сатлама һыуыҡтарынан һаҡлай бит ул Ейәнсура шәлдәре.Шәл бәйләү, тип әйтеүе генә еңел. Кәзәнән тарап алынған дебет йылы шәл булып иңгә ятҡансы күпме ҡул көсө, күҙ нуры киткәнен эшләгән кеше аңлай. Дебет йыуып, тетеп, һуғып, иләп, ҡатлап, сиратҡас ҡына бәйләйһе еп әҙер була. Әҙер ептән дә ҙур-ҙур шәлдәр бәйләү анһат түгел. Йомғаҡтар биҙәккә биҙәк үрелеп бәйләнгәнсе нескә күңелле ҡатындар ниндәй генә уйҙар уйламай ҙа, ниндәй генә кисерештәр кисермәй икән. Етеҙ ҡулдар бәйләм бәйләй, уйҙар үткәндәрҙе уйлай, киләсәккә хыялдар ҡора. Был хеҙмәт күңел аҙығы, тиһәләр ҙә, тәү сиратта ул һәр ваҡыт табыш килтереүсе сығанаҡ булып тора. Айырыуса бөгөнгө көрсөк заманда. 

Элмәле ауылында йәшәүсе Ринат Абдуллин, бала саҡтан әсәһенең, туғандарының, ауылдаштарының шәл бәйләгәнен күреп үҫкән кеше, был эштең еңел түгеллеген һәйбәт аңлай. Ырымбур өлкәһендәге шәл артелдәрендә тиҙ бәйләй торған станоктарҙың барлығы тураһында ла ишетеп белә. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй 2000 йылдарҙа, ил буйынса эшһеҙлек башланған саҡта, ул гәзиттә, шәл уртаһын бәйләй торған станок һатылыуы тураһындағы иғланды күреп ҡала. Бер аҙ икеләнеп йөрөгәндән һуң (бындай станоктарҙы эшләтеү өсөн тәжрибә лә, оҫталыҡ та кәрәклеген аңлай, етмәһә, аҡса яғы ла самалы), һатып алырға ҡарар итә. Ҡатын-ҡыҙҙарға ла ярҙам буласаҡ, ғаиләһенә лә килем килтерәсәк. Заказдарҙың булырына шикләнмәй, белеүегеҙсә, был төбәктә һәр йортта шәл бәйләнә. 
Ҡыуандыҡ шәл артеленең яртылаш боҙолған станогын Ринат Абдуллин алты мең һумға һатып ала. Уны тулыһынса йүнәтергә, электр ҡорамалын ҡул менән эшләүгә күсерергә һәм бәйләргә өйрәнергә 12 мең һумға (кредитҡа алынған аҡсаға) оҫта яллай. 16 йыл элек был сумманың әҙ түгеллеген һәр кем белә. Әйткәндәй, бындай оҫталарҙы табыу еңел түгел, улар Ырымбур өлкәһендә лә бер нисәү генә. Шулайҙа был сығымдар бушҡа түгелмәй, Ринат хәҙер станокты үҙе лә йүнәтә ала, етмәһә, ҡул менән эшләгәс, электр утына сығымдар бөтөнләй юҡ. Ә запчасть кәрәккәндә, почта аша яҙҙырып алырға кәрәк. 

Станок 370 күҙлек шәл урталарына иҫәпләнгән, әммә былай уҡ ҙурлыҡта бәйләтеүселәр юҡ (яҡынса юрған кеүек), күпселек 250-гә бәйләтә. Эш башлар алдынан йомғаҡтарҙы махсус орсоҡҡа урарға кәрәк, был эште башлыса Ринаттың ҡатыны Миңшат апай башҡара. Бер юлы ептең өҙөклөгө, ялғанған төйөндәре тикшерелә. Сөнки бәйләгән саҡта еп өҙөлһә, барлыҡ эш юҡҡа сыға, бәйләнгән шәл уртаһын һүтеп, орсоҡҡа урап, ҡабат бәйләргә тура килә. “Тигеҙ һәм матур иләнгән ептәр мәшәҡәт тыуҙырмай, эш йырлап ҡына бара”,– ти уртаһын бәйләүсе Ринат. Ә йырлап ҡына барған осраҡта бер урта ярты сәғәттә тамам була. Көнөнә 10-15 шәл уртаһы бәйләнә, был инде ғаилә бюджетына 1500-2000 мең һум аҡса инә, тигән һүҙ. Яңы йорт төҙөй башлаған ғаиләгә был ҙур ярҙам, төҙөлөш кәрәк-яраҡтарына ла, көндәлек ризыҡтарға ла етеп тора. Эш араһында хужабикә үҙҙәренә шәл бәйләргә, ә Ринат мал ҡарарға өлгөрә. 

Уларҙың йортона барып инеү менән ҡумта-ҡумта йомғаҡтар һәм бәйләнгән шәл урталары күҙгә ташлана. Ҡаҫмарт буйында урынлашҡан тиҫтәләп ауылдан да, хатта Иҙәш, Яңыбай яҡтарынан да заказдар килеп кенә тора. Аҙнаһына бер көн Ринат машинаһы менән бәйләнгән шәл урталарын ауылдар буйлап тарата, яңы заказдар йыя. Бына шулай Элмәле уҙаманы үҙенә кәсеп табып, унан табыш алып, тыуған ерендә ғүмер итә. 
Абдуллиндар йәй миҙгелендә үҙҙәренә “отпуск” ала һәм бесән, баҡса мәшәҡәттәренә сума. Хәйер, күселек ҡатын-ҡыҙ ҙа был ваҡытта шәл бәйләүҙе бер аҙға онотоп тора, уларҙың да ял итер ваҡыттары тап ошо мәлгә тура килә бит. Ҡыш буйы рәхәтләнеп шәл бәйләр өсөн йәй буйы йүгерергә кәрәк шул. 

Гөлнур Ҡыуатова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей