Шаулап үҫһен урмандар

“Йәшел Рәсәй” бөтә Рәсәй экология өмәһе сиктәрендә, Башҡортостанда йәшәүселәр 650 меңдән ашыу үҫенте һәм ағас ултыртты.

Был изге эштә әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә һәйкәлдәр һәм мемориалдар тирәһендә, шулай уҡ Раевка-Стәрлетамаҡ автомобиль юлы буйлап, район үҙәгенең Магистраль, Еңеү, Суворов, Юбилей урамдарында, Ленин урамындағы скверҙа ағастар ултыртылды.

Өмәлә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 2235 төп ҡарағай, ҡайын, йүкә, миләш ултыртылды.

Айгөл ҒӘЛИМУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей