Шаран фермеры баш ҡала баҙарын да яулаған.

“Дмитриев” крәҫтиән (фермер) хужалығын һәр йәһәттән дә өлгө итеп ҡуялар районда. Бер генә миҫал: Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған тантанала иң күп бүләк ошо ойошма вәкилдәренә тапшырылған. Шәхси эшҡыуар Олег Дмитриев 2015 йылдан эшмәкәрлеген баҡсасылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлештәрендә алып бара.

Олег Мефодиевич быға хәтлем төрлө урында һәм төрлө йүнәлештә тир түккән, хатта уҡытыусы булып та эшләгән. Оло ҡошҡа иркен дала кәрәк тигәндәй, әле ҙур плантацияла еләк-емеш үҫтереү менән мәшғүл.

– Кескәй генә майҙанда соҡсо¬ноу¬ҙан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡлы¬ғын күптән аңланым, – тип һөйләй Тимирязев исемендәге Рәсәй аграр университетын тамамлаған Олег Дмитриев. – 28 ауылдашымдың пай ере миңә беркетелгән. Йыл аҙа¬ғында һәр береһе менән иҫәпләшәм, ауылдаштарымды йәй миҙгелендә ваҡытлыса эшкә алам.

Бөгөн Рождественка ауылының уңған фермеры 20 гектар ерҙә ер еләге, тағы ла алма (алты гектар), ҡурай еләге (дүрт гектар), ҡарағат (10 сутый) үҫтерә, бынан тыш 170 гектар майҙанға иген культуралары һәм 63 гектар ергә күп йыллыҡ үлән сәсә. “Тимирязев”, “кокинский”, “золушка” кеүек сорттарға өҫтөнлөк биргән, үҫентеләрҙе шулай уҡ Голландия һәм Италия илдәренән дә алып ҡайтҡан.

Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡара¬ғанда, эшен ғаиләһенән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Бухгалтерия эшен алып барған ҡатыны Альбина менән илебеҙҙең баш ҡалаһында танышҡан. Чебоксар ҡыҙын Ҙур театрҙа осратҡан. Өлкән улы Алексей Мәскәүҙә йәшәй, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Ғалим булараҡ, уның ярҙамын ныҡ тоялар. Леонид иһә техниканы энәһенән ебенә тиклем белә.

Олег Мефодиевич бер нисә йүнәлештә эш итеү хужалыҡты һәр йәһәттән дә үҫтерә, тормош менән бергә атларға өйрәтә, халыҡҡа эш урындарын арттырыу мөмкинлеген бирә тип һанай.

Эшҡыуар, Шаран районы һәм уның эргә-тирәһендәге төбәктә сауҙа итеүҙән тыш, баш ҡала баҙарын да яулаған. Йыл һайын Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге һәм Спорт һарайындағы һатыу нөктәләренә, йәрминкәләргә килеп кәсеп итәләр икән.

Олег Дмитриев: “Хеҙмәттән ял таба йөрәк”, – тип ихлас йылмайҙы беҙҙең менән хушлашҡанда. Ысынлап та, уның әйткәндәре менән килешмәү мөмкин түгел.

https://resbash.ru/

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей