Шафикова Сәлимә Рәхмәт ҡыҙы хәтирәләренән
Шафикова Сәлимә Рәхмәт ҡыҙы 1927 йылдың 23 июнендә Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Уның да бала сағы бик күптәрҙеке һымаҡ ауыр йылдарға тура килә.Һуғыш башланғанда уға 14 кенә йәш була.Илебеҙгә дошман баҫып инеүен беҙ әсәйем менән Мишәр ауылында үткән һабантуй байрамында ишеттек. «Ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс,ауылда ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалдыҡ. Ауыр йылдарҙа эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән беҙ ҙә колхоз эшенә егелдек. Йәй көндәре малға бесән әҙерләнек, күпме генә сабабыҙҙыр инде , кипкәс йыйҙырталар, мал көттөк, төрлө эштәрҙә эшләнек.Колхозда бит йыл әйләнәһенә эш туҡтамай торғайны.Аслы-туҡлы,өҫтөбөҙҙә йүнле кейем дә булманы,шуға ҡарамаҫтан тырыштыҡ инде. Ысын күңелдән Еңеүгә өмөт бағаланыҡ һәм ышандыҡ. “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек һәм йәшәнек” , - тип хәтерләй Сәлимә инәй. һуғыштан һуң 1961 йылға тиклем Комсомолец колхозында төрлө эштәр башҡара,ә 1961-1965 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбен төҙөүҙә ҡатнаша.Мәктәп төҙөлөп бөткәс ,ул унда йыйыштырыусы булып 2 йыл эшләй һәм хаҡлы ялға сыға.Әлеге көндә Сәлимә инәй улдары һәм килендәре ҡарамағында матур итеп йәшәй. “Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтары һеҙгә күрергә яҙмаһын, ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен»,- тип теләй ул киләсәк быуынға.