Сауҙа - йәмғиәт көҙгөһө

“Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәте - бөгөн сауҙа, йәмәғәт туҡланыуын, ауыл хужалығы тармаҡтарын үҙ эсенә алған берҙәм система.

Сауҙа - ҡулланыусылар йәмғиәтенең мөһим, әйҙәүсе тармағы булып тора. Мәләүез ҡулланыусылар йәмғиәтендә утыҙҙан ашыу магазин иҫәпләнә. Уларҙа нигеҙҙә көнкүреш тауары һатыла.  Ҙур супермаркеттар менән конкуренция шарттарында һатып алыусыларҙың ихтыяжын өйрәнеп, ассортиментты байытыу, хеҙмәт сифатын күтәреү ыңғай һөҙөмтә бирә. Быйыл тауар әйләнеше айына 10 миллион һумдан күберәк тәшкил иткән. Магазиндарҙы заманса яңыртыу, уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн сығымдарын йәлләмәй. Хәҙер ауылдарҙа ла үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүгә ҡоролған мини-маркеттар эшләй. Ҡаланыҡынан һис айырылмаған Ҡаран магазины Тамъян, Ташлыкүл, Кузьминский халҡын хеҙмәтләндерә. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең рәйесе Илгиз Фәйзуллин, өлкән белгес Фәниә Сәләхова, Ҡаран, Һарыш, Смаҡ ауылдары магазин мөдирҙәре Светлана Ярошенко, Ғәтиә Хисмәтуллина, Гөлйөҙөм Аҫылбаева, һатыусылар Наталья Колбасова, Юлия Нефёдова, Тамара Абрамова, 13-сө магазин мөдире Рәйсә Сөләймәнова, Ғәлиә Ғайсина кеүектәр йәштәргә үрнәк булып тора. Уңыш һатыусыларҙың һөнәри оҫталығына ла бәйле. Дорфа, ҡараңғы сырайлы һатыусы менән кемдең аралашҡыһы килһен? Ошоға тиклем үҙҙәренең цехында тәүлегенә бер тонна икмәк, булка бешереп, ҡамыр ризыҡтары әҙерләп үҙ магазиндарында һатҡандар. Бөгөн цех капиталь ремонтҡа туҡтатылған.

Дөйөм туҡланыу - йәмғиәт эшмәкәрлегенең төп тармаҡтарҙың береһе булып тора. Мәләүез кооператорҙары Башпотребсоюз системаһында беренсе кварталда беренсе урында килә. Уҡыу йылында ҡаланың 10 мәктәбендә биш меңгә яҡын уҡыусыны туҡландырған. Балалар тураһында хәстәрлек йәйге осорҙа ла дауам итә.  Мәктәп яны лагерҙарында, Ижад йортонда, йәш техниктар станцияһында шөғөлләндәрҙе туҡландырғанда районда етештерелгән ит, һөт  һәм башҡа сифатлы продукциялар ғына ҡуллана.

Иң мөһиме, баҙар шарттарында ла йәмғиәт социаль йүнәлештә эшләй. Район үҙәгенән ситтәрәк урынлашҡан 19 ауылда йәшәүселәрҙе ике автолавкала барып хеҙмәтләндерә. Икенсенән, урындағы малсылыҡ продукцияһын, йәшелсә, емеш-еләк, макулатура, тире кеүек сеймал йыйыу яйға һалынған. Йыл әйләнәһенә фермер хужалыҡтарынан һәм халыҡтан 8 миллион һум тирәһе  ауыл хужалығы продукцияһын һатып ала.  Халыҡтан сеймал йыйыу тармағының үҫеше ауыл халҡының тормош кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә. Өсөнсөнән, социаль яҡлауға мохтаждарға, һуғыш, тыл ветерандарына байрамдарҙа аҙыҡ-түлек продукттары өләшмәй ҡалғандары юҡ. Яңыраҡ  “Зауралье - 2019” Инвестиция һабантуйында, унан алдараҡ  Балаларҙы яҡлау көнөнә бағышланған байрам сараларында, Һабантуйҙарҙа ҡатнашҡан.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей